

Башҡортостандың көньяғындағы янғын һүндереүселәр берләшмәһе мәғлүмәте буйынса, 40-сы пожар ҡотҡарыу часы (Стәрлетамаҡ) командаһы еңеүсе булды. Өсөнсө йыл инде улар көнәркәштәрен еңдермәй. Икенсе урынды 16-сы пожар ҡотҡарыу часы (Стәрлетамаҡ) командаһы яуланы, өсөнсө урында - 36-сы пожар ҡотҡарыу часы (Салауат) ут менән көрәшселәре. Дүртенсе урынды – Талбазынан, бишенсене Ишембайҙан янғын һүндереүселәр яуланы. Алтынсы урында - 54-се пожар ҡотҡарыу часы (Стәрлетамаҡ). Етенсе урынды Архангельское ауылынан янғын һүндереүселәр, һигеҙенсе урынды Стәрлебаштан янғын һүндереүселәр, Туғыҙынсы урынды Красноусол ауылынан янғын һүндереүселәр алды.
Фото Пожарное сообщество | ЮГ Республики Башкортостан төркөмөнән алынды.