

Старт алдынан ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов сәләмләне. Ул “Рәсәй саңғыһы”ның йыл һайын әүҙем йәшәү рәүеше яҡлы йөҙҙәрсә кешене йыйыуын билдәләне һәм бөтәһенә лә ныҡлы һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф теләне.
Ярыштар программаһында бер нисә дистанция булды. Һәр кем үҙенең хәленән килгән дистанцияны һайлай алды: спорт яратыусылар 1,5 км; 18 йәшкә тиклемгеләр 3 км; 18 йәштән өлкәнерәктәр 5 километрға тиклем арауыҡты еңел генә үтте.
Күптәр беренсе тапҡыр был сарала ҡатнашһа, ҡайһы берәүҙәре йыл һайын килә икән. Был юлы тәүгеләрҙән булып хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр старт алды. Ҡатнашыусылар өсөн иҫтәлекле сертификаттар һәм бүләктәр әҙерләнгән. Сарала ҡатнашыусыларға ҡайнар сәй менән йылынып, уҙған ярыштан алған тәъҫораттары менән уртаҡлашырға мөмкин булды.
Стәрлетамаҡта “Рәсәй саңғыһы” ҡалабыҙҙа йәшәүселәрҙең спорт яратҡанлығын тағы бер тапҡыр раҫланы.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор фотолары.