Дини сығанаҡтарҙа әйтелеүенсә, әгәр сәхәр мәлендә ашап-эсмәһәң, был ураҙа боҙолдо тигән һүҙ түгел.
Кис йоҡлар алдынан, иртәгә лә ураҙа тотасаҡмын, тип ниәтләп яттығыҙ икән, сәхәргә уяна алмағанда ла, ураҙағыҙ боҙолмай, уны дауам итәһегеҙ.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ҡояш сығыр алдынан туҡланырға тәҡдим иткән, сәхәрҙә – бәрәкәт, тигән. Ашау-эсеү кешенең организмын нығыта, хәлләндерә. Шуға ла сәхәрҙә туҡланырға тырышыу мөһим. Әгәр инде был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырһағыҙ, көн дауамында ураҙа тотоуы ауырыраҡҡа тура киләсәк. Әммә, алда әйтелгәнсә, ғибәҙәт боҙолмай.
Рамаҙан айын лайыҡлы үткәрәйек!
Март айына намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Намаҙ уҡыу ваҡыты Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәсетенән алынды. "Ашҡаҙар" гәзитендә баҫылды.