14 мартта Өфөлә уҙасаҡ ацияның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында юғалған һалдаттарҙы эҙләп табыуҙа ярҙам итеү. Сара «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе ағзалары менән берлектә уҙғарыла һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала.
Башҡортостан Республикаһы Эҙәрмәндәр отрядтары фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан Республикаһы буйынса хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә 127 000 һалдат һәм офицер иҫәпләнә. Ҡайһы бер объектив сәбәптәр – Советтар Союзының тарҡалыуы, үҙәкләштерелгән мәғлүмәттәр базаһының булмауы, архивтарҙың юҡҡа сығыуы, һөйәктәрҙе идентификациялау менән проблемалар, төбәктәрҙә топонимиканың үҙгәреүе, финанслау етмәү һ.б. эҙләнеү эштәрен ҡыйынлаштыра.
Әлегә ҡайһы бер ғаиләләрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың документтары – фронттан хаттар, эҙләнеү эшендә ярҙам итә алған фотоһүрәттәр һаҡлана. Хаттарҙа ялан почтаһының номеры күрһәтелә, ә фотоһүрәт аша яугирҙың хәрби дәрәжәһен белергә мөмкин. Бынан алда уҙғарылған «Геройҙар эҙһеҙ юғалмай» акцияларында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә байтаҡ кешеләр туғандарының ҡайҙа ерләнгәнен белде, ниндәй фронтта һуғышыуҙарын һәм кемдәр менән хеҙмәт итеүҙәрен, ҡайһы госпиталдәрҙә дауаланыуҙарын асыҡлай алды. Ғаиләһенең өс геройы тураһында мәғлүмәт тапҡан билдәле ғалим Юлай Псәнчиндың миҫалы быға – асыҡ өлгө. Ул олатаһының батырлығын асыҡланы, уның награда ҡағыҙын күрҙе. Кәрәкле мәғлүмәт таба алмағандарға эҙәрмәндәр ниндәй йүнәлештә эҙләнеү эштәре алып барырға кәңәш бирә.
Яҡындарығыҙҙың яҙмышын асыҡларға теләһәгеҙ, 14 мартта иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем Матбуғат йортона килегеҙ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Эҙләү анкетаһын тултырып, юғалған һалдат тураһында бөтә билдәле мәғлүмәттәрҙе яҙма рәүештә үҙегеҙ менән алып килергә кәрәк.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында
хәбәрһеҙ юғалған яугирҙы
ЭҘЛӘҮ АНКЕТАҺЫ
1. Хәрбиҙең фамилияһы, исеме, атаһының исеме.
2. Тыуған көнө, айы, йылы.
3. Тыуған урыны.
4. Ниндәй хәрби комиссариаттан саҡырылған?
5. Хеҙмәткә саҡырылыуҙың датаһы – айы, йылы.
6. Ниндәй фирҡә (партия) сафында булған?
7. Белеме, ниндәй белгеслек буйынса уҡыған?
8. Ниндәй уҡыу йортон тамамлаған?
9. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанда ниндәй хәрби дәрәжәһе булған?
10. Ғаилә хәле.
11. Өйләнгәндәр өсөн – ҡатынының исем-шәрифе һәм балалар һаны.
Өйләнмәгәндәр өсөн – атаһы менән әсәһенең исем-шәрифе.
12. 1941 йылдан 1948 йылға тиклем ғаилә ҡайҙа йәшәгән (күсенеүҙәрҙе иҫәпкә алып).
13. Яраланыу тураһында мәғлүмәт: ниндәй госпиталдә ятҡан, ай һәм йылы.
14. Хеҙмәткә бергә саҡырылған һәм кире ҡайтҡан кешеләрҙең исем-шәрифе (билдәле булған мәғлүмәттәр).
15. Белдереү ҡағыҙҙары (извещение), уларҙың күсермәләре йәки йөкмәткеһе.
16. Әгәр һалдаттың туғандары быға тиклем эҙләүҙе һорап ҡайҙалыр мөрәжәғәт итһә – яуаптар күсермәләре.
17. Фронт хаттарының күсермәләре (сканер аша үткәрелһә, яҡшыраҡ).
18. Фронттан фотолар, уларҙың икенсе яғындағы яҙмалар (скандар).
19. Туғандарығыҙҙың һүҙҙәренән өҫтәп, барлыҡ булған аныҡ мәғлүмәт.
20. Эҙләүсенең фамилияһы, исеме, туғанлыҡ дәрәжәһе, адресы, индекс, телефоны.