Бөгөн, 13 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Талачево ауылына Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм райондың почетлы гражданы Ғәбдрашит Әһлиуллинды 99 йәше менән ҡотларға килде. Фронтовиктың тыуған көнө - 15 март.
Ғабдрашит Хәмит улы 17 йәшендә фронтҡа алына. 1944 йылдың декабрендә ул Өфөләге уҡыу полкына эләгә, ә Германияны еңгәндән һуң уның часын Япония менән көрәш өсөн Байкал аръяғы фронтына күсерәләр. Ғәбдрашит Әһлиуллин 1951 йылда ғына демобилизациялана.
Ғабдрашит Хәмит улы ғүмер буйы әҙерлек контораһында эшләй. Ҡатыны Хәзәр менән 72 йыл ғүмер кисерәләр (ул 2025 йылда вафат була), алты бала тәрбиәләйҙәр. Хәҙер ветерандың 13 ейәне һәм 9 бүләһе бар. Оҙаҡ ваҡыт ул указлы мулла булып хеҙмәт итә, мәсет төҙөргә, күперҙәрҙе ремонтларға һәм зыяратты төҙөкләндерергә ярҙам итә.
Ветеран Радий Хәбировҡа МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ ауылда яңы клуб төҙөүҙе һорай, сөнки иҫке бина яраҡһыҙ хәлгә килә. Республика Башлығы Ғәбдрашит Хәмит улының 100 йыллығына Талас ауылында модулле клубҡа нигеҙ һалынасаҡ, тип вәғәҙәләне.
Радий Хәбиров ветеранға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы һәм уға ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге теләне.