Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәренә йыйыу бара. Был – былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса булдырылған ғәскәрҙәрҙең яңы элиталы төрө.
МХО биләмәһендә дрондар ярҙамында ут бурыстарының 80 проценты үтәлә. Хәҙерге ҡораллы конфликттарҙа бындай сараларҙың роле шул тиклем юғары, ғәскәрҙәрҙең уңышлы хәрәкәт итеүе күп осраҡта пилотһыҙ системаларҙы идара итеүҙең һөҙөмтәлелеге менән билдәләнә. Әммә элек дрон операторҙары башҡа хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса иҫәпләнгән, хәҙер иһә уларҙың эше рәсми, юғары статус ала. Улар юғары класлы, яҡшы әҙерләнгән, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр буласаҡ. Шуға күрә уларға башҡаларҙан айырылып торған махсус шарттар булдырыла һәм урындар һаны сикләнә.
Был хеҙмәттең өҫтөнлөктәре һәм шарттары
- Юғары хәүефһеҙлек кимәле. Хеҙмәт дистанцияла, алғы һыҙыҡтан алыҫта башҡарыла, был хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефте күпкә кәметә.
- Хеҙмәт итеү ваҡыты һығылмалы. Тәүге контракт бер йыллыҡ мөҙҙәткә төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлеген баһаларға мөмкинлек бирә. Контракт ваҡыты тамамланғас, хәрби хеҙмәткәр эштән китергә йәки башҡа шарттарҙа яңы контракт төҙөргә хоҡуҡлы.
- Һөнәрен һаҡлап ҡалыу гарантияһы. Контрактта айырым билдәләнгәнсә, хәрби хеҙмәткәрҙе, уның ирекле ризалығынан тыш, БПЛА-ға идара итеү менән бәйле булмаған икенсе һөнәргә йәки ғәскәрҙәрҙең икенсе төрөнә күсереп булмай.
- Тулы социаль пакет. Контрактсыларға ҡануниәттә ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар, шул иҫәптән аҡсалата тәьминәт, торлаҡ тәьминәте, медицина хеҙмәтләндереүе һәм хеҙмәт стажы өсөн пенсия ҡаралған.
- Уҡыусылар өсөн махсус шарттар. Юғары уҡыу йорттарында белем алған граждандар, бының өсөн академик отпуск алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы. Бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң, улар уҡыу йортонда тергеҙелә ала, шул уҡ ваҡытта бюджет урынына күсеү хоҡуғын ала (әгәр булһа).
- Мотивациялы түләүҙәр системаһы. БПЛА ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге өсөн өҫтәмә түләүҙәрҙең айырым шкалаһы эшләй (дошмандың сәптәрен юҡ итеү). Түләүҙәр күләме 50 000 һумдан 500 000 һумға тиклем.
Ғәскәрҙәрҙең яңы төрө тураһында иң мөһиме
Стратегик перспектива. БПЛА подразделениелары – Юғары Баш командующий В.В. Путин һәм оборона министры А.В. Белоусов ҡарары буйынса булдырылған ғәскәрҙәрҙең яңы, өҫтөнлөклө төрө. Был йүнәлеш армияның да, уға бәйле юғары технологиялы гражданлыҡ һөнәрҙәренең дә киләсәген билдәләй.
Кандидаттарға ҡарата талаптар
Кем яҙыла ала: 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәр. Дронға идара итеү, робот техникаһы, радиоэлектроника өлкәһендә тәжрибәһе булғандарға, шулай уҡ геймерҙарға, программалаусыларға, ІТ-белгестәргә өҫтөнлөк бирелә.
Сикләүҙәр: ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәре өсөн енәйәт эше ябылмаған йәки әлегә судҡа тарттырылмаған граждандарға хеҙмәт рөхсәт ителмәй. Башҡа хөкөм ителеүселәргә ҡарата ҡарар шәхсән ҡабул ителә.
Әлеге ваҡытта был подразделениеларҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәрби-иҫәп һөнәрҙәре ҡаралмаған.
Әҙерлек процесы
Һайлап алыуҙы уңышлы үткән һәм контракт төҙөгән кандидаттар ике айлыҡ уҡыуға махсуслаштырылған уҡыу үҙәктәренә ебәрелә. Курсты тамамлағас, тейешле хәрби-иҫәп һөнәре бирелеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырыла.
Контракттағы төп гарантиялар
Контракт тексында түбәндәге положениелар аныҡ яҙылған:
- хәрби хеҙмәткәрҙең ризалығынан тыш БПЛА идаралығына бәйле булмаған вазифаларға күсереү тыйыла;
- контракт ваҡыты тамамланғандан һуң хеҙмәттән бушатыу йәки яңы контракт төҙөү хоҡуғы;
- хәрби ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге өсөн өҫтәмә түләүҙәр алыу хоҡуғы.
Нисек хеҙмәт итәләр
БПЛА операторҙары дошман менән туранан-тура физик бәйләнешкә инмәйенсә, техникаға дистанцияла идара итә. Был хәрби хеҙмәттең сифат яғынан юғары кимәлдәге хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
Контракт буйынса Рәсәй Федерацияһының пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге һандар буйынса белерге мөмкин – 8 (987) 036-85-06; 8 (927) 310-39-33; 8 (987) 601-46-30; 8 (993) 058-09-14; 8 (917) 451-68-79 – Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссариат (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).
Сығанаҡ - "Башҡортостан" гәзите.