✅Таҙалыҡ. Таҙалыҡ ул үҙеңде генә таҙа тотоп, матур кейенеп йөрөү түгел. Ҡыҙ кеше донъяға матурлыҡ өләшер өсөн яралған. Иң тәүҙә үҙенең бүлмәһен, ҙурая килә ата-әсәһе, ҡәйнәһе йортон, эшләгән урынын тәртиптә тотоу ҙа ҡатын-ҡыҙ иңендә.
✅Дөрөҫ туҡланыу. Һаулыҡҡа битараф ҡарау хас беҙҙең халыҡҡа. Баланың туҡланыу ғәҙәте ғаиләнән килә бит. Бәләкәйҙән нимә яҡшы, нимә насар икәнен күреп, аңлап үҫкән бала үҙенең балаларына ла шул белемде еткерәсәк.
✅Хеҙмәткә һөйөү. Бәләкәйҙән ҡыҙ баланы әсәй кеше эшкә өйрәтә. Тәүҙә урынын йыйыу, ҙурая биргәс ашағандан һуң уҡ һауыт-һабаны йыуып, өҫтәлде йыйыштырыу, саңдарҙы һөртөү, иҙән йыуыу, кер үтекләү һәм башҡа эштәр; яйлап ҡоймаҡ ҡойоу, һалма йәйеү, икмәк һалыу, бәлеш бешереү кеүек ауырыраҡ эштәргә өйрәтергә кәрәк. Ялҡаулыҡ - хурлыҡ, ти торған ине борон ололар.
✅Белемлелек. Һөнәрле булыу ғына етмәй. Төрлө өлкәләрҙә лә үҙ фекере булған аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙы ихтирам итмәү мөмкин түгел. Китап, гәзит-журналдар уҡып, белемеңде киңәйтеп, яңылыҡтар менән танышып тороу кәрәк.
✅Тыйнаҡлыҡ. Егеттәр менән үҙеңде нисек тоторға әсәй өйрәтмәһә кем өйрәтһен? Асыҡтан-асыҡ һәйләшеү оят түгел. Һүгенеү, ҡысҡырып талашыу кеүек йәмһеҙ ҡыланыштарҙы күреп үҫергә тейеш түгел бала. Ипле итеп кейенеү ғәҙәте лә әсәй тәрбиәһенән тора.
✅Ғәҙәттәр. Ҡыҙ бала ауыҙына шарап алырға тейеш түгел. Тәмәке тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй. Бындай хәшәрәт ғәҙәттәрҙән ҡыҙ-баланы әсәй кеше ҡурсалап, бәләкәйҙән аңлатып үҫтерергә тейеш.
✅Ирҙәргә мөнәсәбәт. Атаһына өйөндә ниндәй мөнәсәбәт күреп үҫә, үҙ иренә лә шундай мөнәсәбәт күрһәтәсәк ҡыҙ кеше. Атаһын эштән өҫтәл әҙерләп ҡаршы алырға, ағай-ҡустылары алдында тыйнаҡ булырға өйрәтергә кәрәк.
✅Үҙеңде яратыу. Үҙеңде яратһаң ғына һине башҡалар ҙа яратасаҡ, тигән төшөнсәне аңлатырға кәрәк ҡыҙ балаға. Үҙе менән ҡәнәғәт кеше үҙе лә бәхетле, яҡындарына ла өләшә бәхетен. Онотмайыҡ, ҡатын-ҡыҙ - тормош йәме, өй ҡото.
Сығанаҡ - "Юлдаш"тан.