Пьесалар авторы һәм драматург Мөнир Ҡунафин үҙенең күп кенә журналист эштәрен Бөйөк Ватан һәм афған һуғышы ветерандарына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағышлай. МХО темаһы буйынса герой яугир Фәнис Хөсәйенов тураһында «Бер ғүмер етмәй икән…» очеркы баҫылды. Уны башҡорт телендә генә һигеҙ миллион тапҡыр уҡығандар. Әммә очерк башҡа кешеләрҙең ауыҙынан ишетелгән мәғлүмәттәр нигеҙендә яҙылғанға, автор бының менән генә сикләнмәй. Барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрергә теләп, ул махсус хәрби операция зонаһына юллана. Ике тапҡыр ижади командировкаларҙа була. Донбассҡа сәйәхәттәре уның күңелен тетрәндерә.
Алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр менән осрашыуҙар уны уйландыра, яңы ижадҡа илһамландыра. Ошо юлъяҙмалары өсөн ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына лайыҡ булды. Мөнир Сәхиулла улының журналда баҫылған юлъяҙмаларына иғтибар иткән Мәскәүҙең «АСТ» нәшриәте уның «МХО. Мин һуғыштан тере килеш сыҡтым» китабын нәшерләй.
Ғәзиз Башҡортостаныбыҙ, уның күп милләтле халҡы мәнфәғәтенә тоғро хеҙмәт иткән илһөйәр, эшһөйәр, талантлы улының хеҙмәт һәм тормош юлы күптәр өсөн ысын өлгө булып тора.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улына ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, оҙон ғүмер, уңыштар, ғаилә бәхете һәм именлеге, илһамлы һәм бәрәкәтле ижад теләйбеҙ!