Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров Мәскәү өлкәһендә эш сәфәре менән булып ҡайтты.
"Красногорск ҡалаһындағы «Наставничество. Перезагрузка подходов» тип семләнгән мөһим ваҡиғаның һуңғы көнө. Был - медицина өлкәһендә остаз булыу ролен яңынан аңлау өсөн һәйбәт мөмкинлек, һәм унда ҡатнашыуыбыҙға шатмын", - тип яҙа сәхифәһендә Илшат Иншар улы.
Унда баш табип бөтә илдән килгән коллегалары алдында һөнәргә килергә әҙерләнеүселәр һәм йәш белгестәр менән нисек эшләү хаҡында доклад менән сығыш яһаған. Иғтибар үҙәгендә - яңы алымдар: буласаҡ медицина университеттарын тамамлаусылар менән үҙ-ара эш итеүҙән алып Стәрлетамаҡ ҡалаһы дауаханаларында эшләгәндәр өсөн остазлыҡҡа тиклем.
Илшат Иншар улы һүҙҙәре буйынса, докладта «#неМЕДли» Төбәк-ара йәштәр форумын уҙғарыу тәжрибәһе айырым урын алған. "Беҙҙең өсөн был сара ғына түгел, ә кадрҙар эҙләү һәм йәлеп итеүҙең тулы ҡиммәтле ҡоралы", тип билдәләне ул сығышында.
- Ни өсөн был эшләй? Сөнки беҙ мөхит булдырабыҙ. Йәш белгес ваҡытының күп өлөшөн дауаханала үткәрә, һәм уның бында ни тиклем уңайлы булыуына уның беҙҙең менән ҡалыуы бәйле. Беҙҙең ҡараш яңы кешеләрҙе йәлеп итеү генә ҡайтып ҡалмай, ә киреһенсә, оҙаҡ йылдар эш менән ҡыҙыҡһыныуғы һаҡларға мөмкинлек бирә, - тип тамамланы сығышын Стәрлетамаҡ ҡалаһы баш табибы Илшат Яппаров.
Башҡа төбәктәрҙән медицина белгестәре һәм саҡырылған эксперттарбаш табип тәжрибәһен юғары баһалаған.
Фото һәм мәҡлүмәт Илшат Яппаровтың "Бәйләнештә" сәхифәһенән.