Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 мартта Ураҙа байрамы билдәләнә.
Кесаҙна, 19 мартта, почта бүлексәләренең эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Байрам көнөндә, 20 мартта, почта бүлексәләре эшләмәйәсәк. Маркетплейстарҙан заказдар биреү буйынса хеҙмәттәр күрһәткән пункттар өсөн ғәҙәти эш графигы һаҡланасаҡ. Шулай уҡ 20 мартта почтальондар почта ебәреүҙәрен дә, ваҡытлы матбуғат баҫмаларын да таратмаясаҡ.
21 марттан «Рәсәй Почтаһы» бүлексәләре ғәҙәти расписание буйынса эшләйәсәк.
Беҙҙең MAX каналына ҡушылығыҙ https://max.ru/ashkadarstr