Тыуған ауылым! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән күңелгә әйтеп бөтмәҫлек йылы хистәр тула... Эйе тыуған ил, тыуған ер, тыуған ауыл – барыбыҙ өсөн дә уртаҡ хазина ул. Тупрағынан татлы ризығын тәмләп, саф һауаһын һулап, һыуҙарының ҡөҙрәт шифаһын һеңдереп үҫкән Табылды ауылы - тыуған еребеҙҙең бер гүзәл мөйөшө, барыбыҙға ла яҡын һәм ҡәҙерле.
Уҙған йыл йәй, йәмле июль айында Стәрлебаш районының Табылды ауылында киң ҡолас йәйеп, туғандарҙы, яҡындарҙы, таныштарҙы, һабаҡташтарҙы бергә йыйып шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Был байрам ауыл өсөн икеләтә байрам булды, сөнки Юрматы ырыуы башлығы Тәтегәс бей төйәге булған Табылды ауылына – 270 йыл тулды. “Бәхетленең ҡунағы бер көндә” тигәндәй, был байрам Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына тура килеүе байрамға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Әлбиттә, ауыл әүҙемдәре әлеге сараны ҡыш көнө үк планлаштырып, уға әҙерлек башланған. Исемен дә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тигән фекергә килгән улар. Тиҙ арала ойоштороу комитеты булдырып, эш башланғандар. Ауыл халҡы һәр нимәгә яуаплы ҡарап, уға ентекле әҙерләнгән. Һәр кем өй тирәһен йыйыштырған, йорт-ҡураһын буяп, төҙөкләндергән. Кешеләр оло байрам үтә, тип кенә йыйыштырмаған йортон, әлбиттә, Табылдыла тырыш халыҡ йәшәй. Ә шулай ҙа ауылдаштарының ҡайтыуына икеләтә әҙерләнгән. Һәм сараға әҙерлек иғлан итеү менән һәр сығарылыш класс уҡыусылары йыйылышып тыуған ауылына төрлө юҫыҡта бик күп бүләк әҙерләгән. Был, ауылдаштарыбыҙҙың тыуған ауылына битараф булмауына, илһөйәрлек хис-тойғолары көслө булыуына бер дәлил.
Байрамға тиклем, йола буйынса ауылдың үҙешмәкәр артистары һәм балалар, ҡолғалар тотоп, йыр-моң аҫтында теләктәр теләп, ауыл урамын урап сыҡты, йәғни бәйге йыйылды.
Һәм бына, көтөп алынған көн, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы Юрматы ырыуы башлығы Тәтегәс бейгә арналған мемориалға сәскәләр һалыуҙан башланып китте. Артабан ауылға ингән ерҙә урынлаштырыған “Мин яратам Табылды!” арт-объектында урындағы үҙешмәкәр артистар хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ, бауырһаҡ менән хөрмәтләп ҡаршы алды.
Һуңынан Еңеү паркында ошо байрамға бүләк йөҙөнән әҙерләнгән 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтар һәйкәлен асыу тантанаһы үтте.
Шул арала кемдәрҙер ҡосаҡлашып, илашып, шатлана-шатлана байрам уҙа торған аҡланға ағылды. Ауылдың спорт майҙансығында тирмәләр ҡоролған, матур музыка яңғырай, милли уйындар өсөн урындар билдәләнгән. Сәхнә янында ауылдың йырсы-бейеүселәре, һәүәҫкәр артистары сығышҡа әҙерләнә. Йә тегендә, йә бында төркөм-төркөм синыфташтар, әхирәттәр, дуҫтар аралаша, туғандар осраша. Шат тауыштарҙан майҙан гөрләп торҙо ул көндө.
Байрам театрлаштырылған тамаша Тәтегәс бей (ролдә – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе Илһам Рахимов) ауылдаштарына байрам үткәрергә фатиха биреп, уның һүҙен ауылыбыҙ имам-хатибы аят уҡып нығытыуҙан башланып китте.
Артабан сараны алып барыусылар: Стәрлетамаҡ Ҡала мәҙәниәт һарайының бүлек мөдире Хәлиҙә Фәйзрахман ҡыҙы Абдрахманова һәм Табылды ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Әлфирә Ваһап ҡыҙы Дауытова байрамды тантаналы асып, ҡунаҡтар менән таныштырып мәртәбәле ҡунаҡтарға һүҙ бирҙе. Табылды ауылына хөрмәт күрһәтеп, бихисап билдле ҡунаҡтар ҙа килгән ине: Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Камил улы Рахманғолов; Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин; Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әнисә Алтынтимер ҡыҙы Яхина; БРҙың халыҡ артистары — Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтар, Федоровка районы судының отставкалағы почетлы рәйесе Вәхитова Зилиә Сәйәфәр ҡыҙы; Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйхзада Бабич премияһы лауреаты — Баһаүетдинов Айбулат Әҡсән улы; БРҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының Почетлы Юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре — Дәүләтшина Мәрхәбә Сәйәфәр ҡыҙы; Башҡортостандың атҡаҙанған артисы — Гүзәл Бүләк ҡыҙы Мамина; БР Нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған эшмәкәре — Хөсәйенов Тимерша Ғәбделхай улы; РСФСРҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе — Ғәлимйән Рәхимйән улы Мөхәмәтов; Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филология факультеты деканы, филология фәндәре кандидаты, “Тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге” автономлы коммерция булмаған ойошма директоры һәм учредителе — Айнур Фәнис улы Үтәев; БРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙа танылған һәм билдәле музыкант, тауыш операторы һәм оранжировщик Сәйҙәш Ләбиб улы Сәсәнбаев; БРҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре — Фәнил Тимерхан улы Арыҫланғолов, отставкалағы подполковник — Йосопов Наил Тимерғәли улы.
Һүҙ тотҡан һәр кем Табылды ауылы халҡын байрам менән тәбрикләп, үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе. БР Ҡоролтай депутаты Данир Әхмәҙи улы ауылдың крәҫтиән хужалығы етәксеһе һәм байрам бағыусыһы — Венер Әхәт улы Рәжәповҡа; Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Камил улы Күндерәк һәм Табылды ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе — Зөбәржәт Мәжитоваға, “Нур” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Радик Яуышевҡа, Зәбир Яхинға, Ғаффар Мөхәмәтовҡа рәхмәт хаттары тапшырҙылар.
Күндрәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Земфира Ишембәтова “Иң йәш граждандар” тип – Вахитов Ян Фәнис улына һәм Мәжитов Тимур Самат улына, “Иң өлкән кешеләр” тип Ғайсарова Мәҙинә һәм Вахитова Рәйсә инәйҙәрҙе бүләкләп китте. Ваҡытлыса район мәҙәниәт йорто етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рабиға Нәҙершина БРҙың халыҡ артистары Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтарға, ауылыбыҙ тарихсыһы Радмир Вәхитовҡа, район мәҙәниәт йорто директоры Венера Латиповаға, Стәрлетамаҡ Ҡала мәҙәниәт һарайы мөдире Хәлиҙә Абдрахмановаға, Табылды ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Әлфирә Дауытоваға, Табылды ауыл мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Рәйсә Исмәғилеваға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Район мәҙәниәт йорто директоры Венера Нуриян ҡыҙы ауылдың әүҙем кешеһе, байрамға әҙерләнгән мәлдә ҙур ярҙам итеүсе Нияз Дауытовҡа һәм “Иң йәш уҡыусы” тип Алмазға бүләктәр тапшырып үтте.
БРҙың Нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған эшмәкәре – Тимерша Хөсәйенов Табылды ауыл мәҙәниәт йортона принтер бүләк итте.
– Беҙ һәр кемгә бик рәхмәтлебеҙ! Табылды ауылы халҡы үҙенең арҙаҡлы яҡташтары, ауылдаштары менән лайыҡлы ғорурлана ала. Сөнки доцент, профессор, табип, алдынғы уҡытыусылар, республикабыҙҙа лайыҡлы урынды биләгән, уның үҫешенә үҙ өлөшөн индергән табылдылылар бихисап, – тип рәхмәт белдерҙе Табылды ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Әлфирә Ваһам ҡыҙы.
Байрамда шулай уҡ махсус хәрби операция яугирҙары өсөн мөйөш булдырылған ине. Унда ауыл ирекмәне Земфира Байғужина маскировкалау селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, унда теләгән һәр кем Еңе-гә үҙ өлөшөн индереп, селтәр үреп ҡараны. Байрам барышында Табылды ауылынан МХО биләмәһендә хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ: Собханғолов Фидан, Яуышев Айнур, Төхвәтуллин Марсель, Латипов Альберт, Хужин Айнурҙы телгә алып, Ватаныбыҙға ауыр саҡта ил терәге булырҙай, көслө рухлы улдар үҫтергән һалдаттарҙың әсәйҙәренә бүләк итеп, Фәнирә Латипова “Түгелмәһен әсәләрҙең күҙ йәштәре” исемле йыр башҡарҙы.
Һәм Табылды өсөн тағы ла бер шатлыҡлы ваҡиға билдәләнде ошо байрамда, ул да булһа – китап туйы! Быға тиклем Табылды ауылы тарихы һүҙҙә генә булһа, хәҙер инде ауыл тарихсыһы Радмир Вахитов уны аҡ ҡағыҙға яҙып мәңгеләштерҙе. Китап рус телендә “Земли моей минувшая судьба” тип атала. Ни өсөн рус телендә яҙғанын һуң?
– Ҡайһы бер терминдар дөрөҫ тәржемә ителмәй әлеге. Шуға күрә, үҙ телен насар белгән йәш быуынға аңлайышлы булһын өсөн рус телендә баҫтырырға ҡарар иттек, – тип аныҡлыҡ индерҙе Радмир Мөхтәр улы.
Байрам майҙанында төрлө уйындар ҙа ойошторолдо. Мәҫәлән, күҙ бәйләп бүләк киҫеү, ҡалаҡ менән йомортҡа ташыу, арбаға кеше ултыртып ярышыу, тоҡ менән һуғышыу, тоҡ кейеп йүгереү һәм башҡа бик күп халыҡ уйындары. Һәм ошо байрамдың тағы ла бер биҙәге булып, Тәтегәс бей призына үҫмерҙәр араһында уҡ атыш бәйгеһе ойошторолдо. Уны Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филология факультеты деканы Айнур Үтәев ойошторҙо. Ярыш маҡсаты булып, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, традицион уҡтан атыуҙы популярлаштырыу, үҫтереү һәм үҫмерҙәрҙе милли спорт төрөнә йәлеп итеү торҙо. Балалар был бәйгене үҙ итте.
Байрамға һәр урамдың егәрле апайҙары тарафынан мул өҫтәл әҙерләнгән ине, ялтыр самауыр әллә ҡайҙан балҡып, ҡайнап ултыра, ҙур-ҙур бер нисә ҡаҙанда татлы былау еҫе ҡунаҡтарҙың танауын ҡытыҡлап, минән ауыҙ ит тип үҙенә саҡырып торҙо. Байрамдың был мөйөшөндә теләгән һәр кем тәмле-тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итә алды.
Байрам сараһы Башҡортостандың халыҡ артистары Физәлиә һәм Илһам Рахимовтарҙың моңло йырынан башлаып китте. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйхзада Бабич премияһы лауреаты Баһаүетдинов Айбулат “Көтөүсе” һәм “ Һунарсы” бейеүҙәрен тамашасыларға бүләк итте. Сәнғәт донъяһының йөҙөк ҡашы, республиканың барлыҡ яуаплы мәҙәни сараларын алып барыусы, һүҙ оҫтаһы, билдәле, дәрәжәле шәхес, Башҡортостандың халыҡ артисы Әнисә Яхинаның һәм БРҙың Федоровка район судының отставкалағы почетлы рәйесе Вахитова Зилиә Сәйәфәр ҡыҙының йөрәктәренән сыҡҡан һүҙҙәрен тамашасы йотлоғоп тыңланы. БРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙа танылған һәм билдәле музыкант, тауыш операторы һәм оранжировщик – Сәйҙәш Сәсәнбаев думбыра һәм скрипкала көйҙәр теҙмәһен оҫта уйнап тамашасы күңелен яулаһа, Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы солисы Айгөл Хәбибуллина башҡарыуындағы йырға Нурзидә Рәжәпова һалған бейеү майҙанды гөрләтте һәм байрам концерты урындағы һәүәҫкәр артистарҙың йырҙары менән үрелеп барҙы. Күңеленән урғылып сыҡҡан хис-тойғоларын белдерергә теләгән ҡунаҡтар ҙа сәхнә түрен йәмләне ул көндө.
Сарала балалар өсөн дә уйын майҙансығы булдырылғайны: заманса уйын ҡорамалдары менән батут ойошторолдо.
Ә кисен инде бер-береһен һағынышҡан, осрашыуға һыуһаған дуҫ-туғандар, класташтар өсөн артабан да аралашыу мөмкинлеге булдырылды – башҡортса ритайым ойошторолдо. Улар рәхәтләнеп төрлө көйҙәргә таңға тиклем бейене, аралашты.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Табылды ауылы халҡы “Айыҡ ауыл – 2026” республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән.
...Июль айының бер көнөндә тыуған ауылына ҡайтып, туған-тыумасалары, дуҫ-әхирәттәре менән аралашыуҙан көс алып таралышты халыҡ. Берәүҙәр яңы эш аҙнаһын йылы хәтирәләр, матур тәьҫораттар менән башлаһа, икенселәре көтөп алған ялын ауылда үткәреү ниәтенән, һаман осрашыу йылыһына төрөнөп хисләнделәр.
Барыһы ла көтөп алған байрам, осрашыу артта ҡалды. Әммә там ошо сара быуындар бәйләнешен барланы, нығытты. Илебеҙҙең төрлө тарафтарына һибелгән ырыуҙаштарын, балаларын барланы табылдылылар. Бер-беребеҙҙең хәлен белеп, ауыр саҡта ярҙам ҡулын һуҙып, татыу йәшәгәндә генә бар булырбыҙ, киләсәгебеҙ, телебеҙ, милләтебеҙ, моңобоҙ юғалмаҫ! Аралашып, татыу йәшәйек, дуҫтар!
Фото - Табылды ауылының "Бәйләнештә" социаль селтәре сәхифәһенән.