Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Март , 09:30

Вазифалы кешеләр ҙә яуапҡа тарттырыла

Ҡала прокуратураһы тарафынан күп фатирлы йорттоң дөйөм йорт мөлкәтен тейешенсә ҡарап-тотмауға бәйле федераль ҡануниәтте боҙоу кисектерелде.

Вазифалы кешеләр ҙә яуапҡа тарттырылаВазифалы кешеләр ҙә яуапҡа тарттырыла
Вазифалы кешеләр ҙә яуапҡа тарттырыла

Ҡала прокуратураһы тарафынан күп фатирлы йорттоң дөйөм йорт мөлкәтен тейешенсә ҡарап-тотмауға бәйле федераль ҡануниәтте боҙоу кисектерелде.

Күҙәтеү ведомствоһы билдәләүенсә, идара итеүсе компания подъездарҙағы стеналарҙың аҡтарылған буяуын ремонтлау, шулай уҡ күп фатирлы йорттоң подвалында торбаларҙан коррозияны бөтөрөү буйынса саралар күрмәй, дөйөм йорт мөлкәтен йыйыштырыу үткәрмәй.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса идара итеүсе компания етәксеһенә күрһәтмә индерелде, ул ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде, асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар бөтөрөлдө, вазифалы кешеләр дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Э. Абакаров, Стәрлетамаҡ ҡала прокуроры урынбаҫары.

Ә.Мансурова фотоһы.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас