Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март , 13:26

Хәрбиҙәрҙең туғандарын алдауҙың яңы схемаһы асыҡланды

Мутлашыусылар морг хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыратып, яҡындарының һәләк булыуы тураһында хәбәр итә. Һуңынан шәхси әйберҙәрен тапшырыу һылтауы менән почта индексын атауҙы һәм смс-кодты әйтеүҙе һорайҙар.

Хәрбиҙәрҙең туғандарын алдауҙың яңы схемаһы асыҡланды
Хәрбиҙәрҙең туғандарын алдауҙың яңы схемаһы асыҡланды

Был схеманы һәләк булғандарҙың йәки хәбәрһеҙ юғалғандарҙың туғандарын, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр зонаһындағы яҡындары менән элемтәне ваҡытлыса юғалтҡан кешеләрҙе алдау өсөн ҡулланалар.

Эске эштәр министрлығы иҫкәртә, медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да хәбәр булараҡ алынған кодтарҙы һорамай. Рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышанырға мөмкин. Билдәһеҙ кешеләргә шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм раҫлау кодтарын хәбәр итмәгеҙ.

Мутлашыу шиге тыуһа, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы телефонына хәбәр итегеҙ: +7 (347) 279-32-92.

 

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас