Милексе участканы маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыуға яраҡлы хәлгә килтерер өсөн ниндәй саралар үткәрергә тейеш?
РФ Хөкүмәтенең 2025 йылдың 24 апрелендә ҡабул ителгән 1021-р Бойороғонда раҫланған саралар исемлегендә түбәндәгеләр билдәләнгән.
Атап әйткәндә:
Ерҙе тәғәйенләнеше буйынса файҙаланырға ҡамасаулаһа – артыҡ ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы киҫеп ташларға һәм ҡый үләндәрен утарға.
Биләмәне сүп-сарҙан һәм төҙөлөш ҡалдыҡтарынан бушатырға.
Етештереү ҡалдыҡтарын йәки көнкүреш сүп-сарын йыйып, ерҙе таҙартырға.
Участка саманан тыш дымлы булһа (һаҙлыҡ йәки йыш һыу баҫһа) дренаж яһарға. Әгәр артыҡ ҡоро булһа, тупраҡты һуғарыу йәки дымландырыу сараһын күрергә.
Уңдырышлы тупраҡты тергеҙеү: ашламалар индереү, үлән сәсеү йәки ер маҡсатлы файҙаланыуға (баҡсасылыҡ өсөн) яраҡлы булһын өсөн башҡа эштәр башҡарыуүрға.
Ер эштәрен үткәреү — рельефты тигеҙләү (ҡалҡыулыҡтарҙы ҡырҡыу, соҡорҙарҙы күмеү), кәрәк булғанда тупраҡ сығарыу йәки өйөм яһау, ҡаҙыр алдынан тупраҡтың уңдырышлы ҡатламын алып һаҡлау, ә һуңынан уны кире урынына ҡайтарыу.
Милексе үҙенең участкаһы өсөн кәрәкле пункттарҙы ғына һайлай ала — бөтәһен дә бермә бер башҡарыу мотлаҡ түгел.
"Ҡағиҙәне үтәмәгәндәргә тәүҙә күрһәтмә бирелә. Иғтибарһыҙ ҡалдырған осраҡта штраф һалына һәм ҡабаттан күрһәтмә бирелә. Даими рәүештә башҡарылмаһа, участканы асыҡ сауҙа иғлан итеп һатырға мөмкин. Элекке хужаһына аҡсаның сауҙа менән участканы тәртипкә килтереүгә тотонолған сығымдарынан ҡалғаны түләнә", — тип аңлатты “Росреестр”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Наталья Низаметдинова.
https://vk.com/anlatabiz102