

Уның һүҙҙәренсә, эвакуация осрағына республика 45 мең кешегә 334 ваҡытлыса урынлашыу пункты әҙерләгән.
«Республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы эше ойошторолдо. Муниципалитеттар менән берлектә боҙ тығындары барлыҡҡа килеү ихтималлығы булған урындар асыҡланды, 28 муниципаль берәмектә 70 хәүефле участка контролдә тотола. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған барлыҡ муниципалитеттар биләмәһендә шартлатыу эштәрен башҡарыу мөмкинлеге тәьмин ителде», — тине Кирилл Первов.
Башинформ.