Ҡала прокуратураһы мутлашыу һөҙөмтәһендә зыян күргән пенсионерҙың хоҡуҡтарын яҡланы.
Күҙәтеү ведомствоһы билдәләүенсә, ғариза биреүсе инвестициялау һылтауы менән енәйәтселәрҙең банк иҫәбенә 2 806 165 һум күләмендә аҡса күсергән.
Нигеҙһеҙ байыуҙы түләтеү маҡсатында, шулай уҡ сит кешеләрҙең аҡсаһын файҙаланған өсөн ҡала прокуратураһы пенсионер мәнфәғәтендә Стәрлетамаҡ ҡала судына тейешле дәғүә ғаризаһы йүнәлткән, әлеге ваҡытта ул ҡарала.
Э. Абакаров, Стәрлетамаҡ ҡала прокуроры урынбаҫары.