

Уҙған аҙнала ҡала хакимиәтендә ағымдағы йылда тәүге кәңәшмә уҙғарылды. Уны Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Павел Николаевич ШОРОХОВ башлап ебәрҙе. Артабан йыл дауамында төрлө урынбаҫарҙар менән шундай уҡ матбуғат-конференциялар уҙғарыласаҡ һәм йыл аҙағынада хакимиәт башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов менән йомғаҡ яһаласаҡ. Кәңәшмәгә килгәндә төп баҫым йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға системалы ярҙам күрһәтеүгә яһалды, әммә, ҡала урамдарындағы хәүефһеҙлек, кибер енәйәтселеккә ҡаршы көрәш кеүек мәсьәләләр ҙә иғтибарһы ҡалманы.
Тиҙҙән ҡала урамдарына яңынан электр самокаттар сығарыласаҡ. Ошо уңайлылыҡ менән ҡулланыусы ҡайһы бер ҡала халҡы уларҙы рәхәтләнеп ҡуллана, ә икенселәре иһә даими рәүештә ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙа, кешеләрҙе хөрмәт итмәй, уларға зыян да килтерә.
Павел Николаевич билдәләүенсә, 2025 йылда Стәрлетамаҡта өс самокат операторы эшләгән, самокаттар һаны 1000-гә яҡын булған. Ә ағымдағы йылда бер генә оператор буласаҡ һәм техника һаны ла яҡынса 500-гә кәмейәсәк. Һәм йәйен бәхетһеҙлек осраҡтарына тарымаҫ өсөн электр самокаттарҙан файҙаланғанда ҡулланыусыларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен еткереү маҡсатында балалар, йәштәр өсөн төрлө саралар үткәреү планлаштырыла, ә эш был йүнәлештә белем биреү учреждениеларында уҡыусылар һәм студенттар менән алып барыла.
Артабан, бөгөнгө көндә иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе күтәрелде – мутлашыусыларҙың ҡала халҡын аҡсаһыҙ ҡалдырыуы. Мәҫәлән, 2024 йылда ҡала халҡы уғрыларға 368 миллион һум аҡса күсергән. 2025 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 128 миллионға кәмерәк һәм 240 миллион һум тәшкил итә. Хәйер, уҙған йылда кешеләрҙең енәйәтселәргә күсергән аҡса суммаһы кәмегән, бәлки киң мәғлүмәт сараларында даими рәүештә ҡала халҡын иҫкәртеп тороуҙар ҙа быға йоғонто яһағандыр. Павел Николаевич билдәләүенсә, уғрылар төрлө схемалар ҡуллана. Улар иҫәбендә инвестициялар, һатыу-һатып алыу сайттарында иғлан өсөн һылтанмалар, аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә күсереү” һылтауҙары. Шулай уҡ, махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан ғаиләләргә ҡарата ла мутлашыу осраҡтары йышайған.
Таныш булмаған һылтанмалар аша үтмәгеҙ, мессенджерҙа хатта таныш кешенән дә килгән apk-файлдарҙы асмағыҙ, СМС-хәбәрҙәрҙән бер кемгә лә раҫлау кодтарын хәбәр итмәгеҙ. Иғтибарлы булығыҙ!
Артабан һүҙ Башҡортостандан ситтә юғары белем алған һәм шунда уҡырға ҡалған йәш белгестәр тураһында барҙы. Етәксе әйтеүенсә, уҙған йылда мәҫәлән, ҡалала 1073 сығарылыш класс уҡыусылары мәктәпте тамамлаған һәм уларҙың 40 проценты тикерлек юғары белемде республиканан ситтә алырға киткән, әммә ҡалған 60 проценты ҡалабыҙ һәм республикабыҙағы уҡыу йорттарын һайлай.
– Һөнәри белем биреү, урта һәм юғары уҡыу йорттары тураһында әйткәндә, былтыр 4218 студент һөнәр үҙләштергән һәм уларҙың 25 проценты ситтә белем алғандан һуң тыуған яғына эшкә урынлашырға ҡайтған йәки артабан юғары белем алыуҙы һайлған һәм һөнәр үҙләштергәндән һуң йәш белгестәр Стәрлетамаҡта хеҙмәт юлын башлауҙы һәм ошонда төпләнеүҙе хуп күрә. Ә бына студенттарҙың 50 проценты тиерлек ул төрлө райондарҙан, ауыдарҙан килеүселәр. Минең ҡарашҡа был ҡала өсөн ыңғай һөҙөмтә, – тип белдерҙе Павел Николаевич.
Йәш белгестәрҙе ҡалала ҡалдырыу өсөн ниндәй саралар күрелә тигән һорауға килгәндә, беҙҙә уңайлы ҡала шарттары булдырыла, парктар һәм скверҙар төҙөкләндерелә, мәҫәлән, уҙған йыл Киров паркын яртылаш реконструкциялау тамамланған. Ҡала предприятиеларында эш хаҡы ла арттырылған, ул бөгөнгө көндә республикабыҙҙың ҡала һәм райондары менән сағыштырғанда 75 мең һум тәшкил итә. Төрлө категориялағы кесе белгестәр – медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар өсөн ярҙам саралары индерелә. Был 300 мең һумға тиклем бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр, муниципаль торлаҡ биреү, торлаҡ арендалағанда ярҙам күрһәтеү. Һәм йыл дауамында ҡалабыҙҙа үткәрелгән төрлө сараларҙың барыһы ла йәштәр, йәш ғаиләләр өсөн, улар бында ҡалһын, төпләнһен һәм тамыр йәйһен өсөн эшләнә. Шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов эш сәфәре менән даими рәүештә Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларына барып, студенттар менән осраша һәм ҡалала нимәләр эшләнеүе, уларҙы нимә көтөүе тураһында һөйләй.
– Беҙ йәштәрҙе стажировкаларға, практикаларға сағырабыҙ, улар ҡала менән бәйләнеште өҙмәһен өсөн тырышабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Һәм, бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ өсөн мөһим темаларҙың береһе – махсус хәрби операция. Ҡалабыҙ яугирҙарыбыҙ өсөн ышаныслы тыл булып ҡала. МХО башланғандан алып Стәрлетамаҡтан 18 ҙур гуманитар ылау һәм 700-ҙән ашыу ведомство ылауы оҙатылған, был 474 тонна ашыу тауар. Павел Шорохов билдәләүенсә, егеттәребеҙгә теләгән һәр кем ҡулынан килгәнсе ярҙам итә ала. Мәҫәлән, ҡалала йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Соловьева ай һайын пенсияһынан егеттәребеҙгә кәрәкле әйбер һатып алыр өсөн ярҙам йөҙөнән аҡса күсереп тора. Был барыбыҙ өсөн дә үрнәк булып тора!
Һәм өйгә ҡайтҡан яугирҙарға ла айырым иғтибар бирелә. Уларға яраҡлашыу һәм эшкә урынлашыу буйынса ярҙам күрһәтелә. 208 демобилизацияланған яугирҙың бер өлөшө элекке эш урындарына ҡайтҡан. 194-е ҡалабыҙҙың мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән, һәм шуларҙың 129-ы уңышлы эшкә урынлаштырылған да инде. Ҡалғандары ҡайтанан уҡый йәки тейешле вакансиялар һайлай, кемдер һаулығын нығыта.
Кәңәшмәлә грант эше һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың үҫеше тураһында ла әңгәмәләштеләр. Стәрлетамаҡта проект офисы ла булдырылған. Бөгөнгө көндә офис хеҙмәткәрҙәре һәр аҙна кесаҙна һайын бушлай консультациялар үткәрә, ҡала халҡына һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға гранттарға ғаризаларҙы дөрөҫ рәсмиләштерергә ярҙам итә. Мәҫәлән, 2025 йыл йомғаҡтары буйынса ҡалабыҙға йәлеп ителгән аҡса күләме 38,8 миллион һум тәшкил иткән. Был эш ағымдағы йылда ла дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта Президент гранттары фондынан отолған гранттар суммаһы 9 миллион һум. Шулай уҡ ҡалаға гранттар ярҙамында күберәк аҡса йәлеп итеү йәһәтенән мәктәптәр, балалар баҡсалары ҡарамағында ла коммерцияға ҡарамаған ойошмалар булдырыла.
Кәңәшмә аҙағында Павел Николаевич киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә, радио булһынмы йәки баҫма матбуғатмы, сараларҙы яҡтырҡандары, халыҡҡа мәғлүмәтте нисек бар, шулай еткергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Артабан да иңгә-иң терәшеп эшләргә булһын!
Осрашыуҙа бихисап көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы, етәксе барыһына ла тиерлек ентекле яуап ҡайтарҙы.
Әлфиә МАНСУРОВА.
Автор фотоһы.