Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Март , 11:00

Тәртип булдырыу – берҙәм эш

Быйыл яҙын ошондай өмәләр аҙна һайын үткәреләсәк һәм изге йолаға әүерелер, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Ә 18 һәм 25 апрелдә Стәрлетамаҡта “Йәшел Башҡортостан” күләмле республика акцияһы үтәсәк. Ошо изге акцияла барыһын да ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Тәртип булдырыу – берҙәм эшТәртип булдырыу – берҙәм эш
Тәртип булдырыу – берҙәм эш

Ниһайәт, ағымдағы йылда яҙғы өмәләр башланды. Быйыл яҙ бигерәк иртә килде, тиҙ эҫетте. Ҡар иреп, ҡайһы бер урындарҙа сүп-сар ҙа ерҙе йәмһеҙләп ята. Март мул итеп ҡар яуып башланһа ла аномаль йылы һауа торошо менән тамамланды.

Тәүге яҙғы шәмбе өмәһе 108 меңдән ашыу республика халҡын берләштерҙе, бөтә республика буйынса 20 мең предприятие дөйөм тырышлыҡ менән 6,3 мең кубометр сүп йыйған һәм сығарған.

Бынан алда республика етәксеһе Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтары алдына һәр ҡалала һәм ауылдарҙа тәртип урынлаштырырға, ҡышҡы бысраҡтан тиҙ арала ҡотолорға тигән бурыс ҡуйҙы. Сөнки быйыл йылы көндәр ғәҙәттәгенән иртәрәк килде.

Ә бына Стәрлетамаҡта таҙалыҡ булдырыуҙа ике меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Уҙға йома көндө ҡала халҡы – ҡала предприятиелары, белем биреү учреждениелары, балалар баҡсалары коллективтары, ҡала хакимиәте, шулай уҡ битараф булмаған ҡала халҡы һәм, әлбиттә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өмәгә сыҡты. Сарала ҡатнашыусылар парктарҙы, аллеяларҙы, скверҙарҙы һәм үҙәк урамдарҙы тәртипкә килтерҙе. Ул көндө төп бурыс – тығыҙ ҡарҙы таратыу һәм оҙайлы ҡыштан һуң күренеп ятҡан сүп-сарҙы йыйыу ине.

Яҡын-тирәләге территорияларҙа предприятиелар, белем биреү учреждениелары коллективтары эшләһә, йорт янында идара итеүсе компаниялар хеҙмәткәрҙәре һәм битараф булмаған хужалар тәртип булдырҙы.

Шулай уҡ ҡаланы таҙартыуҙа 27 берәмек техника йәлеп ителгән.

Һәр кеше үҙенең яратҡан йортон хәленән килгәнсә матурлай. Ҡала – ул беҙҙең дөйөм йортобоҙ. Уның һәр мөйөшөн матурлау берҙәм эш. Ҡалала төҙөлгән ҡоролмаларҙы һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, төҙөкләндереүгә әүҙем ҡушылайыҡ. Шул ваҡытта ҡала урамдары беҙҙе үҙенең матурлығы менән ҡыуандырыр.

Быйыл яҙын ошондай өмәләр аҙна һайын үткәреләсәк һәм изге йолаға әүерелер, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Ә 18 һәм 25 апрелдә Стәрлетамаҡта “Йәшел Башҡортостан” күләмле республика акцияһы үтәсәк. Ошо изге акцияла барыһын да ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Әлфиә МАНСУРОВА.

Фото ҡала хакимиәтенең матубғат хеҙмәтенән алынды.

Тәртип булдырыу – берҙәм эш
Тәртип булдырыу – берҙәм эш
Тәртип булдырыу – берҙәм эш
Тәртип булдырыу – берҙәм эш
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас