Һуңғы этап 22 марттан 28 мартҡа тиклем Мәскәүҙә үтә. Илдең төп IT-ярышын ябыу тантанаһында Мәскәү инженер-физика институтының милли тикшеренеү университетында һөҙөмтәләр иғлан ителде.
Н.И.Суханов исемендәге 33-сө мәктәптең 11-се класы уҡыусыһы Уляев Дамир (уҡытыусыһы Орманджан Д.А.) еңеүсе булды, ә Зазацкий Данил, 3-сө Башҡорт лицей-интернатының 11-се класы уҡыусыһы (уҡытыусыһы Казнабаев И. Г.), "Робототехника" профиле буйынса ярыштар призеры булды.