

Тыуған ерем - Бесәнсе ауылым, һине төйәк итеп һайлаған ата-бабаларыма рәхмәтлемен! Әлеге ваҡытта был ауылдың атамаһы – Хоҙайбирҙин. Бесәнсе олатайҙың 1737 йылда Арыҫланғол, 1747 йылда Хоҙайғол, 1749 йылда Хоҙайбирҙе исемле улдары тыуа. Өс улы Бесәнсе ҡартҡа ун дүрт ейән бүләк итә. Улар егет ҡорона инеп, буй еткергәс Ҡыҙҙар, Исхаҡ тауҙары итәгендә, иркенләп аҡҡан мул һыулы Керәүле йығаһының уң яҡ ярында яңы ыҙамаларға өйҙәр төҙөгән. 1795 йылда Бесәнсе ауылында йөҙҙә һигеҙ кеше йәшәгән, әлегәсә йылдан-йыл ауылым матурая бара, яңы заман һулышына инә.
Тик беҙгә тыныслыҡ бүләк иткән, ер һелкетеп донъя көткән, миллиондарса ир-егеттәр башын һалған аяуһыҙ һуғыштан тере ҡалған яугирҙарыбыҙ ауылда юҡ хәҙер... Беҙ, киләһе быуын, уларҙы мәңге онотмай хәтерҙә һаҡларға бурыслыбыҙ! Яҡташым, яҙыусы Шәкир Янбай әйтмешләй: “Уйлап ҡараһаң,һәр кемдең үҙ тыуған төйәге маңлай күҙе менән түгел, күңел күҙе менән уҡый торған китап төҫлө”. Уның биттәренә һәр быуын үҙ тамғаһын һалып ҡалдыра, кешелек рухын байытырлыҡ хазиналарҙы үҙенә мәңгеләштерә. Тарих төпкөлөнә инеп, китаптар уҡый башлағас, ауылымдың Бишағас, Исхаҡ, Ҡыҙҙар тауының Аҡҡазаҡтар, Ҡыҙылдар ҡулында ҡалып, һуғыш барыуын, мин атлап йөрөгән һәр бер ҡарышы ҡайнар ҡан, әсе күҙ йәштәре һәм тоҙло тир менән һуғарылғанын белдем.
Бер нисә йыл буйы дауам иткән һуғыш һәм егерме беренсе йылғы дәһшәтле аслыҡ ауылым кешеләрен бөлгөнгөлөккә килтереп, етмәһә ауылымды Аҡтар, Ҡыҙылдар ҡомһоҙланып ҡанығып талаған. Әммә Ватаныбыҙға дусар ителгән был һынауҙа минең ауылдаштарым ситтә ҡалмаған, беҙ Шәһит Хоҙайбирҙин тоҡомо Совет Ватанын һаҡлап ҡалыу, фашистарға ҡаршы яуҙа арыҫландай алышасаҡбыҙ, тылда аттай эшләйәсәкбеҙ, фронтты икмәк, аҙыҡ-түлек менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәсәкбеҙ - тип ант итәләр һәм һүҙҙәрендә торалар!
Мин йәшәгән Күгәрсен районынан 13 мең яугир фронтҡа китә. Бесәнсе ауылынан йөҙгә яҡын кеше һалдат шинеле кейә, алтмыш өсө дәһшәтле алыш яланында батырҙарса һәләк була. Күкһел Көнгәк итәктәрендә үҫкән ир-егеттәр хеҙмәттә лә, яуҙа ла һынатмай, мөхәбәт тауҙы аҡтара, диңгеҙҙе кисә тиҙәр, тыуған иленә булған мөхәббәт ауылдаштарымды 1945 йылдың яҙына алып килә!
Күмер көл өҫтөндә-ғүмер ҡыл өҫтөндә булыуын аңлап ҡайтҡанын ата-бабаларым дәртләнеп, шатлапнып ауыл ерҙәрендә, колхоз ҡорошонда ҡатнашып яңы тыныс тормош башлайҙар. Ауыл тормошоноң алымдарын белгән, күңеле менән унда йәшәгән кешеләргә бүләк иткән ата-бабаларыбыҙ, беҙҙең өсөн бынамын тигән ауыл ҡалдырғаню. Беҙ, йәш быуын, уларға рәхмәтлебеҙ. Ат өсөн тормош - арба булһа, кешегә донъя көтөр өсөн - ер кәрәк. Ниндәй матур урман, ҡырҙар, уңдырышлы баҫыуҙар беҙгә алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт иткән Ағиҙел йылғаһы, Керәүле беҙҙең быуынға тиклем һаҡлап, мираҫ итеп ҡалдырған тәбиғәтебеҙҙе ата-бабаларыбыҙ. Көслөләргә һәр саҡ һыйыналар, көслө рухлы, илһөйәр ата-бабаларымдың юлын ауылдаштарым быуындан-быуынға һаҡлап, матур итеп донъя көтөләр бөгөн. Тәүәккәл һәм берҙәм Ағинәйҙәр, ауылы берҙең-ҡәүеме бер икәнде аңлап ир уҙамандары, өйөн һөйгән - илен һөйгән тигәнде маҡсат итеп йәштәр менән аралашып йәшәйҙәр.
Ғәҙәттәге йылдар бер-береһен алмаштырып торор, беҙ ҙә үҫеп төрлө тарафтарға юл алырбыҙ, ҡайҙа йөрөһәк тә бала сағымдың һүнмәҫ усағы Бесәнсем - йөрәгемдә булырһың! Тыуған ауылым ер ҡуйынынан көн яҡтыһына тиртеп сыҡҡан шишмә ҡайҙа ағып китерен, ниндәй ярҙарға барып бәрелерен белмәй, мин дә, үҫмер ҡыҙ шул шишмә кеүек, Бесәнсем...
Азалина ӘХМӘТНУРОВА.
Ә.Мансурова фотоһы.