

Стәрлетамаҡ ҡала суды тарафынан 40 йәшлек ҡатын-ҡыҙға ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды.
Ул РФ Енәйәт кодексының 318-се статьяһы 1-се өлөшө буйынса ғәйепле тип танылды (власть вәкиле үҙ бурыстарын башҡарған ваҡытта уның ғүмеренә йәки һаулығына еңелсә зыян килтергән өсөн).
Судта билдәләнеүенсә, 2025 йылдың ноябрендә полиция хеҙмәткәрҙәре мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре менән бергә ҡатынға иҫкәртеү әңгәмәһе үткәреү өсөн килә, әммә ҡатынға уларҙың килгәне оҡшамай һәм ул полиция хеҙмәткәренә фатир ишеге менән һуға.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен тулыһынса таный. Суд уға 20 000 һум күләмендә штраф рәүешендә яза тәғәйенләй. Хөкөм ҡарары әлегә законһыҙ көсөнә инмәгән.
Элдар АБАКАРОВ,
Стәрлетамаҡ ҡала прокуроры урынбаҫары.