Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март , 21:26

Стәрлетамаҡта юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау ҡыҙыу бара

- Урындағы әһәмиәттәге юлдарға килгәндә, муниципалитеттар етешһеҙлектәрҙе 15 майға тиклем һанлаштырырға һәм 15 июнгә тиклем бөтөрөргә кәрәк, - тип бойорҙо РБ Башлығы Радий Хәбиров.

Стәрлетамаҡта юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау ҡыҙыу бара
Стәрлетамаҡта юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау ҡыҙыу бара

Стәрлетамаҡта юл япмаһын тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Уҙған аҙнала ғына юл хеҙмәттәре 66,3 квадрат метр майҙанды ремонтлаған.

23 Май, Коммунистик, Бабушкин, Салтыков-Щедрин, 7 Ноябрь, Хоҙайбирҙин, Черняховский, Вокзал, Водолаженко, Ҡаранай Моратов урамдарында, Октябрь проспекты буйлап, Ағиҙел йылғаһы аша күперҙә, Өфө тракты буйлап юлдарҙа соҡорҙар ремонтланған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә, яҙғы осорҙа төбәк юлдарын соҡорҙарҙан ремонтлауға әҙерлек мәсьәләһе тикшерелде.

БР Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итеүенсә, 2025 йылда, юл инфраструктураһын контролдә тотоу һәм планлаштырыуҙың автоматлаштырылған системаһы (СКПДИ) мәғлүмәттәре буйынса, республика юлдарында 113 450 етешһеҙлек бөтөрөлгән. Был система юлдағы һәр асыҡланған зыяндың масштабын билдәләп, уларҙы бөтөрөү ваҡытын контролдә тоторға мөмкинлек бирә.

2026 йылда был система буйынса эш дауам итәсәк. Төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа асыҡланған етешһеҙлектәрҙе теркәү ғинуарҙан башланды һәм 1 майға тиклем барыға тейеш. Ә зыянды 1 июнгә тиклем бөтөрәсәктәр.

- Урындағы әһәмиәттәге юлдарға килгәндә, муниципалитеттар етешһеҙлектәрҙе 15 майға тиклем һанлаштырырға һәм 15 июнгә тиклем бөтөрөргә кәрәк, - тип бойорҙо РБ Башлығы Радий Хәбиров.

Фотолар - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығынан.

Стәрлетамаҡта юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау ҡыҙыу бара
Стәрлетамаҡта юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау ҡыҙыу бара
Автор: Альфия Мансурова
Читайте нас