

Ҡалабыҙҙың Элеватор урамындағы аллеяла төҙөкләндереү эштәре башланған да инде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был территорияны уҙған йыл тауыш биреү барышында Стәрлетамаҡ халҡы билдәләне.
Эштәрҙе ағымдағы йылдың сентябрь аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.
Нимә эшләнәсәк:
- аллеяны ҡыуаҡлыҡтарҙан таҙартыу;
- тротуар һәм ял майҙансыҡтары булдырыу;
- заманса травмаһыҙ һәм экологик япмалы балалар майҙансыҡтары эшләү;
- яңы бәләкәй архитектура формаларын һәм уйын ҡорамалдарын ҡуйыу;
- йәшелләндереү эштәре һәм ҡыуаҡтар ултыртыу;
- парк яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыу.
Кисә, 30 мартта, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Камалов подряд ойошмаһы вәкилдәре менән осрашты. Урында улар буласаҡ эштәр планын тикшерҙе.
Элеватор урамындағы аллеяны төҙөкләндереү «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә булдырыла.