Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель , 16:39

Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан хөкүмәте департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнде

МХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан хөкүмәте департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан хөкүмәтенең МХО ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Был турала республика хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан хөкүмәте департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнде
Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан хөкүмәте департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Руслан Хәбибов Айҙар Шәйәхмәтов менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам буйынса ведомство-ара комиссияһының сираттағы ултырышында таныштырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Айҙар Шәйәхмәтов күптән түге генә фронттан ҡайтты. Алғы һыҙыҡта ул «Шаман» позывнойы менән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың хәрби-сәйәси эштәр буйынса рота командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итте.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас