

Аэросана
Исрафил тигән ағай йәшәй ине. Һәр төрлө техникамы, башҡа нәмә уйлап сығарырға оҫта ине. Бер тапҡыр был ағай аэросана, ҡар санаһы эшләргә булған. Мотоцикл двигателен ҡуйып, артына ағастан пропеллер эшләп ҡарҙа йөрөп ҡарарға була. Быны ауылда тиҙ ишетәләр бит инде. Ирҙәр, бала саға йыйылышып китеп, сананың йөрөп киткәнен көтәбеҙ. Сана эшләнгән дә ул, нисек ултырып китергә, нисек туҡтатырға уйланып еткерелмәгән. Ирҙәрҙең береһе, был тоҡанып сығып китһә, туҡтатып булмаҫ ул, беҙ уны өй нигеҙенә бәйләп ҡуяйыҡ тип, арҡан менән бәйләп ҡуйҙылар. Бына моторҙы тоҡандырҙылар, ә сана урынынан да ҡуҙғалмай. Төрлөсә тәҡтимдәр булһа ла сана шул килеш, йөрөмәй тороп ҡалды.
Кемдең калушы?
Бер ваҡыт күрше йәшәгән Сабит ағай килеп инде. Күренеп тора, ҡырын тейәп алған, етмәйерәк ҡалған. Баш ауырта, төҙәттер әле, ти. Мин уны-быны уйлап тормай бал һалып бирҙем. Ишек алдында нимәлер эшләп йөрөһәм, күрше еңгәнең илаған, нимәлер тип һөйләнгән тауышы сыға. Нимә булды икән, тип барһам, ағай тупһала ултыра, еңгәй тупһа эргәһендә илап тора. Нимә булды, нишләп илайһың, тим. Ана, ағайың эсеп ҡайҡан да, мин өйҙә юҡта кемдер эргәңә килгән, тип бәйләнә, ти. Мин, нимәнән сығып бәйләнә һуң, тием. Был ағай ҡайтҡан да, өйгә инеп, тәмәкеһен алып сыҡһа, тупһа ла ниндәйҙер ят калуш ултырғаны күҙенә салына. Еңгәгә, был кемдең калушы тип бәйләнә икән. Ҡайҙа, ниндәй калуш ул тип мин ҡараһам, минең калош икән. Эскән башы менән минекен кейеп ҡайтҡан да, әйҙә еңгәгә бәйләнгән.
Үҙеңәме ни...
Халыҡ телендә, берәй кешегә ярҙам иткәндә, шаяртып, ярай ул, үҙеңәме ни, тигән лаҡап йөрөй бит. Бер ваҡыт атайым бар ағайға бәләкәй өйөнөң башын ябышығыҙ, тип беҙҙе ҡусты менән ярҙамға ебәрҙе. Беҙ барып таҡталарҙы мендереп ҡаға башланыҡ. Ҡусты, ошолай эшләһәк ярарамы икән, тип һорай. Мин, шаяртып, ярар, үҙеңәме ни, тип яуаплайым. Ағай аҫта йөрөй, беҙҙе тыңлап йөрөй икән. Беҙ, шаяртабыҙ, бит тиһәк тә, ҡуймай, беҙҙе әрләп ҡыуалап ҡайтарҙы. Ә өй башы оҙаҡ ҡына ҡыйыҡһыҙ торҙо. Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, тигәндәр бит халыҡта.
Б. БАЙМОРАТОВ.