Вил Бәшир улы Ғүмәров 1949 йылдың 2 апрелендә Башҡорт АССР-ының Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуған. Миндәк урта мәктәбен тамамлап, Магнитогорск тау-механика институтында уҡый. Артабан Пермь, Мурманск өлкәләрендә инженер булып эшләй. Мәскәүҙең М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
«Ағиҙел» журналында, республика гәзиттәре редакцияларында эшләй. Башҡортостан китап нәшриәте директоры була. Ул көслө публицист ине. 1988 йылда килеп, Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант булып эшләй, ул йылдарҙағы СССР бөтөү алдынан барған сәйәси тормошта ҡайнай, башҡортса гәзит, журнал асыу кеүек эштәрҙә эшләй.
Башҡорт драма театры асылған мәлдә, ҡаҙаҡ драматургы Дулат Иҫабековтың «Көтөр кешем бар минең» әҫәрен башҡортсаға тәржемә итте, уны театрҙың тәүге репертуарына индерҙеләр.
1994 йылдың 22 июнендә операция өҫтәлендә вафат була.
"Вил башҡорт, рус шиғри традицияларына нигеҙләнеп үҙенең юлын тапты, дөрөҫөрәге, виртуоз жонглер һымаҡ төрлө формала ижад итә алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙҙә уның шиғырҙарына һағайып ҡаранылар, бөтөнләй ҡабул итмәгәндәр ҙә булды. Нишләйһең, яңылыҡтың юлы һәр саҡ ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы шул. Нескә күңелле кеше булараҡ, ижадына ҡарата булған бындай мөнәсәбәтте аңланы һәм шиғыр яҙыуҙан туҡтаны. Әлбиттә, бөтөнләй туҡтаманы, яҙҙы, әммә яҙғандарын өҫтәл тартмаһына һала барҙы — тулыһынса журналистикаға күсте. Сөнки был жанр 90-сы йылдарҙағы ҙур үҙгәрештәр алдынан тәьҫирлерәк, үтемлерәк ине. Һөҙөмтәлә Вил йәмғиәт алдында торған һәм кисекмәҫтән сиселеш көткән байтаҡ социаль, ижтимағи проблемаларҙы күтәреп сыҡты, экология мәсьәләләрен бөтә ҡырҡыулығында ҡуя алды. Башҡорт теленә дәүләт статусы биреү, Стәрлетамаҡта башҡорт телендә гәзит асыу, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу тураһында сығыштар, докладтар, урындағы власть органдарына хаттар яҙыу… Ысынлап та, уны ишеттеләр, күрҙеләр, ҡушылдылар, теләктәшлек белдерҙеләр. Сәнәғәт предприятиелары менән шыплап тултырылған Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, завод-фабрикаларҙың ағыулы ҡалдыҡтарын таҙартыу ҡоролмалары төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе. Белеме буйынса инженер булараҡ, һәр сәнәғәт предприятиеһының технологик үҙенсәлектәрен яҡшы белә ине. Торатауға «Сода» берекмәһенең ажарлы ынтылыштарына ҡаршы әллә күпме мәҡәлә яҙҙы, радионан, телевидениенан сығыш яһаны, һүҙе үтемлерәк булһын өсөн РСФСР халыҡ депутаты булырға ла тырышып ҡараны. Үткәрмәнеләр. Ҡурҡтылар. Сөнки власть башында тороусылар өсөн ул уңайһыҙ, гел генә проблемалар тыуҙыра торған кеше ине."
Әмир Әминев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.
Шиғыр көймәһе
Шиғриәттең сере нимәлә һуң?
Ҡош Юлында йөҙгән кәмәлә,
Ай һүрәтен алған көймәлә...
Көймә йөҙә,
Ер әйләнә бирә —
Талғын иҫә йондоҙ елдәре.
Төнгө күктә нисек? —
Һибелеп ҡалған
Ҡояш усағының кәлдәре?..
Көймә һис ашҡынмай,
Тын сайҡала,
Тик барыбер елә элгәре.
Шул кәмәлә китте беҙҙең хистәр,
Үтте башҡа төндәр,
Ҡыҫҡа төштәр.
Төйөрөлә һинең күҙ йәштәр...
Ана, ысыҡ төштө...
Ҡараш
Мин ҡайтыуға тағы ҡарҙар яуҙы,
Алтын ҡояшымды болот ураны.
Мин төҙөгән манаралар ауҙы,
Булып ҡалды улар тик ҡом бураны.
Булды һүҙҙәр, һүҙҙәр, тағы һүҙҙәр,
Ҡалтыранып ҡалды ҡапыл тауышың.
Бар булғанын һөйләп бирҙе күҙҙәр,
Аңлаттылар улар эштең айышын.
Һәр бер һулышыңды уртаҡ итһәң,
Йыйған һағышыңды миңә илтһәң,
Бар шиктәрең аша миңә үтһәң,
Һине ялмар инем - булып ялҡын,
Һине йыуыр инем - булып тулҡын,
Һине йотор инем - булып упҡын.
Балалыҡ шишмәһе
Мандолина уйна зыңғырлатып,
Аҡ мейестә бешә шәңкәләр.
Төшөп, бейе тәҙрә сыңғырлатып,
Сылтыраһын алҡа-тәңкәләр.
Еҙ самауыр талғын моң һыҙғыра,
һары батмус тулы сынаяҡ.
Ҡояш төҫлө батмус күҙ ҡыҙҙыра,
Яҙылып китә кәүҙә, ҡул-аяҡ.
Нисә йылдар инде шул күренеш
Хәтер һандығында һаҡлана.
Бала саҡтың изге шул түренән
Бала саҡтан сыңлап килгән инем,
Һиңә сумып, һиндә пакланам,
Һыҙыла күңел, һыҙыла күңел,
Булмай күмеп, тағы булмай күнеп.
Һандуғастар таңы
һандуғастар моңо миңә һеңде,
Аҡ томанлы йәйге таңдарҙа.
Мине тағы матурлығың еңде,
Мөхәбәттән башым ҡаңғырҙы.
Беренсе лә, икенсе лә түгел
Һары ҡоштоң моңона иҫергән.
Ләкин ниңә инде һыҙлай күңел,
Кем әйткәйне, һөйөү иҫкергән....
Ниңә шуға тағы таңдар ата,
Ысыҡ уйнай сәскә битендә?
Ниңә һандуғастар кире ҡайта,
Түҙә алмай ерҙең ситендә?
Алтын дәфтәр
Асман дәфтәренең
Болот биттәрен мин
Алйығансы аҡтарҙым.
Әллә инде уҡыр иттем
Күк иленең хаттарын?
Әммә бәнем зиһен һайҙыр -
Күп нәмә аңламаным:
Йыһан моңон,
ғаләм сыңын
Һаңғырау тыңлағанмын!
Әйтте йөрәк: шул мәлдә, ти,
Бейек күккә ынтылма!
Ерҙәге серле яҙманы
Уҡы башта ашҡынмай...
Ҡыҙыл көҙҙөң зар йырҙары
Ялпаҡ япраҡ битендә.
Үҫә бирә тарбаҡ саған
Яҙмыш юлы ситендә.
Вил Ғүмәров.