Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель , 15:32

Радий Хәбиров Рәсәй Президентының рәхмәт хатына лайыҡ булды

Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн республика етәксеһе юғары наградаға лайыҡ булды.

Радий Хәбиров Рәсәй Президентының рәхмәт хатына лайыҡ булды
Радий Хәбиров Рәсәй Президентының рәхмәт хатына лайыҡ булды

Рәхмәт һүҙҙәрен Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров тапшырҙы.

Награда республиканың күп йыллыҡ ҡаҙаныштарын таныу билдәһе.

2018 йылдан Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү буйынса ил лидерҙары иҫәбенә инә.

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса 2019 йылдан 2024 йылға тиклем төбәктә 17,5 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән, 2024 йылда – рекордлы 3,348 миллион квадрат метр төҙөлгән.

2025 йылда ла төҙөлөш күләменең ышаныслы үҫеше һаҡланған: «йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ тапшырылған.

 

 

Автор:
Читайте нас