Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель , 17:53

7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

2026 йылдың майында «РусЛайн» авиакомпанияһы Өфө менән Сухум араһында тура авиабәйләнеш асыу планлаштыра, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла
7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Беренсе рейс 6 майҙа Сухумдан Өфөгә башҡарыла, ә 7 майҙан Өфөнән осоштар башлана. 

Рейстар аҙнаһына бер генә була (кесаҙна - Өфөнән, шаршамбы - Сухумдан). 

Әлеге ваҡытта Башҡортостан делегацияһы Сухумда «Абхазия – киләсәккә инвестициялар» иҡтисади форумында эшләй.

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында тура авиарейстарҙы тергеҙеү планлаштырыла.

Автор:
Читайте нас