

Республиканың үҫеш Корпорацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Алға» иҡтисади зонаһы үҙен бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырылған майҙансыҡ булараҡ танытырға өлгөргән дә инде. Яңы производстволар Өфө районында бишенсе майҙансыҡта урынлашасаҡ. Инвесторҙар дөйөм майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу булған әҙер производство биналарын биләргә ниәтләй. Дөйөм алғанда предприятиелар 70-тән ашыу яңы вакансия асырға ниәтләй.
"Арт Силз" компанияһы ҡабул итеү сеймалынан алып ҡалдыҡтарҙы икенсел эшкәртеүгә тиклем тулы цикллы композит тығыҙлау мембраналары етештереү менән шөғөлләнә. Бындай мембраналар гидроизоляция һәм төҙөлөш конструкцияларын дымдан һаҡлау өсөн ҡулланыла. Импортты алмаштырыусы был проекттың хаҡы яҡынса 550 миллион һум. Ул Рәсәй баҙарының был сегменттың сифатлы продукцияһына ихтыяжын ҡапларға тейеш. Икенсе резидент, «ПЭВК» компанияһы, сәнәғәт химик реагенттарының бер нисә төрөн сығарырға ниәтләй. Продукцияны төп ҡулланыусылар булып нефть эшкәртеү тармағы заводтары сығыш яһай.
Ике проект та - асыҡ иҡтисади зона майҙансығының республикала реаль производствоны үҫтерергә теләгән яңы резиденттарҙы йәлеп итә алыуына миҫал. Тимәк, яңы эш урындарына, һалымдарға Һәм Башҡортостанды үҫтереүгә.