Хәҙер республикала теркәлгән 11 бренд иҫәпләнә. Улар араһында – Башҡорт балы һәм Бөрйән солоҡ балы, «Ҡорғаҙаҡ», «Асы» һәм «Йоматау» минераль һыуҙары, «Ҡурай» музыка ҡоралы, Башҡорт аты, Мансур граниты, Башҡорт мамыҡ шәле, Башҡорт балаҫы һәм башҡорт милли кейемдәре.
«Башҡорт костюмы – традицион кейем генә түгел, ә бай тарих һәм күсмә тормош сағылышы», — тип билдәләне Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова.
Башҡорттарҙың кейемендә Себер, Урал, Волга буйы, Урта Азия, Яҡын һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтары менән бәйләнеш күҙәтелә, ә төрлө төркөмдәргә хас кейем элементтары уларҙың йәшәгән райондарына ҡарап айырыла.
«Брендтарҙы теркәү эшен Рәсәй Федерацияһы сенаторҙары, төбәктәр һәм Роспатент менән берлектә Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ҡушыуы буйынса алып барабыҙ. Бөгөнгә реестрҙа илдең төрлө субъекттарынан 413 уникаль тауар теркәлгән, уларҙың һәр береһе – төбәктең визит карточкаһы ғына түгел, ә тотош илдең иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө лә», — тип йомғаҡ яһаны Лилиә Ғүмәрова.
Башинформ.