

Проект ҙур уңыштарға өлгәшә. Ул «Бизнес-Уңыш» милли премияһы еңеүсеһе, креатив индустриялар реестрына индерелгән, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө креатив проекттар реестрына индереүгә һайлап алыу үткән. Тәҡдим ителгән керамика мәктәбе – мәғариф, һөнәрселек һәм производствоны берләштергән тулы ҡиммәтле арауыҡ. Унда балалар һәм өлкәндәр өсөн ҡулдан ҡойоу һәм көршәкселек оҫталығы кластары, һөнәрҙе етди үҙләштерергә теләүселәр өсөн һөнәри белем биреү, сувенирҙар етештереү һәм әҙер изделиелар магазины планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Ижади мөхит" "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проектына ярашлы уҙғарыла.
- Был майҙансыҡ уҡытыуҙы ла, ижад итеүҙе лә үҙ эсенә алыуы менән үҙенсәлекле. Проект ҡала халҡына яңы хоббиҙы үҙләштерергә ярҙам итәсәк, шулай уҡ Стәрлетамаҡта оҫталарҙың тағы бер локаль берләшмәһен булдырасаҡ. Был проектты ҡалабыҙҙа булдырыу өсөн майҙансыҡ һәм мәғлүмәт ярҙамы кәрәк. Үҙебеҙҙең яҡтан беҙ проектты хупларға әҙербеҙ, яраҡлы бина тәҡдиме лә бар. Керамика мәктәбе Стәрлетамаҡтың ижади кешеләрен йәлеп итә алыр, тип ышанам, - тине ҡала башлығы Э.Шәймәрҙәнов.