

Социаль селтәрҙә Андрей Назаров депутаттар менән уҙған йылдағы бөтә төп йүнәлештәрҙе – ғаиләләргә, һаулыҡ һаҡлауға, сәнәғәткә, инфраструктураға булышлыҡ итеүҙе тикшереүҙәре хаҡында хәбәр итте: «Бөтә эшебеҙҙең төп мәғәнәһе республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәһенә ауаздаш: барыһы ла Еңеү өсөн. Башҡортостан һәр ваҡыт Рәсәйҙең терәк төбәге булды. Бөгөн дә шулай булып ҡала. Беҙ иҡтисадты үҙгәртеп ҡорҙоҡ, ресурстарҙы тупланыҡ, социаль өлкә йүнәлештәрен ҡайтанан ҡараныҡ һәм фронт, халыҡ өсөн барыһын да эшләүҙе дауам итәбеҙ».
Бөтәһе лә Еңеү өсөн
Премьер-министр билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү Хөкүмәттең уҙған йылдағы төп бурыстарының береһе булған. Республикала өҫтәмә 12 ярҙам сараһы индерелгән, әле улар 55-кә етте. Был маҡсаттарға финанслау күләме ике тапҡырҙан ашыуға арттырылған. МХО-нан ҡайтҡан ветерандар яҙмышына айырым иғтибар бирелә.
– Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә яугирҙарҙың 78 проценты эшкә урынлаштырылған, 86 проценты диспансеризация үткән, дүрттән бер өлөшө реабилитация курсын тамамлаған, 45 проценты самаһына психологик ярҙам күрһәтелгән, – тине Андрей Назаров.
Башҡортостанда дрондар етеш- тереүҙе ойошторҙолар. 2024 йылдың авгусынан хәрбиҙәргә 11,5 меңдән ашыу пилотһыҙ осоу аппараты тапшырылған. Премьер хәрбиҙәргә ярҙам күләмен арттырырға, радиоэлектрон көрәш сараларына, юғары технологиялы ҡорамалдарға, ҡорамалдарға һәм экипировкаға баҫым яһарға вәғәҙә итте.
Мәғариф һәм фән
Мәғариф өлкәһенә 2025 йылда 122 миллиард һум аҡса һалынған. Өс яңы мәктәп сафҡа индерелгән, 35 мәктәп, ике балалар баҡсаһы һәм ике колледж ремонтланған. Нуғайҙа балалар баҡсаһы, Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлә башланы, унда бөтә республиканан һәләтле балалар уҡыясаҡ. Башлыҡтың ҡушыуы буйынса, Башҡортостанда тәүге тапҡыр уҡытыусыларға шифа- хана-курорт дауаланыуына сер- тификаттар тапшырылды. Шулай уҡ ауыл мәктәптәре директорҙарына гранттар бүленде.
– Фән өлкәһенә федераль кимәлдә лә, төбәк кимәлендә лә финанс ярҙамын арттырабыҙ, – тине Андрей Назаров. Республикаға 1 миллиард һумдан ашыу федераль субсидиялар йәлеп ителгән, мәғариф һәм фән министрлығы бүлгән гранттар күләме 1,7 миллиард һумдан ашҡан. Йәш тикшеренеүселәрҙе ғилми яҡтан әҙерләү һәм дәртләндереүгә республика ҡаҙнаһынан 850 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Өфөлә студент кампусы төҙөлөшө әүҙем бара. Властың пландары буйынса, ул талантлы йәштәрҙе йәлеп итеү нөктәһе, инновациялар һәм технологиялар үҙәге буласаҡ.
Медицинаға – 125 миллиард һум
Былтыр республикала һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә, ҡора- малдар һатып алыуға, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә 125 миллиард һум аҡса бүленгән. Шуның 5 миллиардтан ашыуы поликлиникаларҙы яңыртыуға йүнәлтелгән, был 2024 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. 137 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелгән. Һуңғы биш йыл эсендә абсолют рекорд! Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡты.
Башҡортостанда сабыйҙар үлеме күрһәткесе тәүге тапҡыр 3,2 промиллегә тиклем түбәнәйгән. Премьер-министр әйтеүенсә, был уртаса Рәсәй күрһәткесенән түбәнерәк (3,6) һәм донъяның алдынғы илдәре кимәле менән сағыштырырлыҡ.
Иҡтисад үҫеше
2025 йылда тулайым төбәк продукты – был республикала етештерелгән бөтә тауарҙар һәм хеҙмәттәр хаҡы – 3,2 триллион һум тәшкил иткән. Премьер-министр мәғлүмәттәре буйынса, уның үҫеш темптары Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән ике тапҡырға юғарыраҡ. Биш йылда сәнәғәт етештереүе 23 процентҡа артҡан (Рәсәйҙә – 18,8 процент), уға ярҙамға 800 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был республика иҡтисадының эшләүен һәм үҫеүен аңлата!
Республика илдең алдынғы аграр төбәктәренең береһе булараҡ позицияһын нығытты. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 6,8 процентҡа артты (Рәсәйҙә – 4,9 процентҡа) һәм 290 миллиард һумдан ашты.
Төбәк үҙен төп аҙыҡ-түлек продукттары менән тулыһынса тәьмин итә.
Ете йыл дауамында республикала өҙлөкһөҙ инвестиция үҫеше күҙәтелә. Уҙған йылда инвесторҙарҙың вкладтары 1,7 процентҡа артҡан һәм 852 миллиард һумдан ашып киткән.
Төбәктә дөйөм эшһеҙлек кимәле (1,6 процент) Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән түбәнерәк булып ҡала (2,2 процент). Уртаса айлыҡ эш хаҡы, 10 процентҡа артып, 74 мең һумдан ашыу тәшкил итте.
Өфөлә һуғыш ветерандары госпитален төҙөү хаҡы 28 миллиард һум тәшкил итәсәк. Аҡсаның ҙур өлөшөн федераль бюджет бүлә. Әле финанслау буйынса килешеү бара. Дауаханаһы – 400 койкаға, поликлиникаһы 300 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән буласаҡ госпиталдең проекты дәүләт экспертизаһын үткән, уның өсөн участка һайланған. Алдағы ике-өс йылда госпиталь төҙөлөргә тейеш.