Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Апрель , 05:44

Башҡортостанда хәрби журналистика ветерандары шифаханала дауаланасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанда хәрби журналистика ветерандары шифаханала дауаланасаҡБашҡортостанда хәрби журналистика ветерандары шифаханала дауаланасаҡ
Башҡортостанда хәрби журналистика ветерандары шифаханала дауаланасаҡ

Бойороҡҡа ярашлы, шифахана-курорттарҙа дауаланыу хоҡуғы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең билдәле бер категорияларына – республиканың хәрби журналистика ветерандарына бирелә.

2025 йылда Башҡортостанда республика етәксеһе башланғысы менән илдә тәүге хәрби хәбәрселәр тураһында закон әҙерләнде һәм ҡабул ителде. Ул хәрби журналист, хәрби журналистика ветераны статусын билдәләй, шулай уҡ дәүләт ярҙамы сараларын билдәләй.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәковҡа беренсе булып хәрби хәбәрсе танытмаһы тапшырылды. Шулай уҡ ул алғы һыҙыҡтағы эше өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.

Сығанаҡ.

Башҡортостанда хәрби журналистика ветерандары шифаханала дауаланасаҡ
Башҡортостанда хәрби журналистика ветерандары шифаханала дауаланасаҡ
Автор:
Читайте нас