Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Апрель , 09:20

ЯҘҒАНДА, ҺӨЙЛӘШКӘНДӘ ГЕНӘ ТЕЛЕБЕҘ ЙӘШӘЙӘСӘК!

Ошо көндәрҙә бөтә Стәрлетамаҡ халҡы “Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант” акцияһына дәррәү ҡушылды. Ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында телен, халҡын, ерен хөрмәт итеүсе милләттәштәр йыйылды.

ЯҘҒАНДА, ҺӨЙЛӘШКӘНДӘ ГЕНӘ ТЕЛЕБЕҘ ЙӘШӘЙӘСӘК!ЯҘҒАНДА, ҺӨЙЛӘШКӘНДӘ ГЕНӘ ТЕЛЕБЕҘ ЙӘШӘЙӘСӘК!
ЯҘҒАНДА, ҺӨЙЛӘШКӘНДӘ ГЕНӘ ТЕЛЕБЕҘ ЙӘШӘЙӘСӘК!

Ошо көндәрҙә бөтә Стәрлетамаҡ халҡы “Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант” акцияһына дәррәү ҡушылды. Ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында телен, халҡын, ерен хөрмәт итеүсе милләттәштәр йыйылды.

А. Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәгендә (7-се һанлы моделле китапхана) Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһын Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы солисы, ҡурайсы, “Аҡбуҙат” ҡурай ансамбле етәксеһе Илвир Ниғмәтуллин башҡорт халҡының гимны булып торған – “Ҡурай” көйө менән башлап ебәрҙе.

Быйылғы диктанттың  темалары – Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Сокоройҙың 200 йыллығына арналды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө менән бер көнгә тура килде.

Йылдан-йыл был акцияла ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта. Мәҫәлән, 2019 йылда диктантты 60 мең кеше яҙһа, үткән йылда ҡатнашыусылар һаны 405 меңгә еткән!

Был акцияла ҡалабыҙҙың мәртәбәле шәхестәре, етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары, тәрбиәселәр, уҡытыусылар, студенттар ҡатнашты. Диктантты Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрының әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе Гөлдәр Салауат ҡыҙы Собханғолова уҡыны. Иң оло диктант яҙыусы Лима Ибраҡоваға 84 йәш булһа, иң бәләкәй ҡатнашыусы Әмилә Ҡыуатоваға 8 йәш ине. Сара бик йылы һәм дуҫтарса мөхитте үтте.  Диктантты яҙып бөткәндән һуң һәр ҡатнашыусыға сертификаттар тапшырылды. 

Шулай уҡ был көндә Стәрле йылғаһы яры асыҡ һауалағы ҙур аудиторияға әүерелде. Бында ла тыуған телгә битараф булмағандар йыйылды.

Ел иҫәме? Ярай. Йылға шаулаймы? Был йөрәккә тыныслыҡ, күңелгә шатлыҡ ҡына өҫтәй. Диктант яҙыусылар – һәр юлды тырышып яҙҙы, ә Стәрле йылғаһы, һүҙҙәрҙә үҙенең исеме яңғырағанын түҙемлек менән көткәндәй булды...

Бөгөн бөтә донъя диктант яҙҙы, әммә тап бында, һыу буйында, ваҡыттар менән быуындар араһындағы бәйләнеш айырыуса ныҡ тойолдо. Һәр дөрөҫ ҡуйылған тыныш билдәһе – ата-бабаларыбыҙға хөрмәт. Һәр яҙылған хәреф – телдең киләсәгенә туранан-тура йоғонто яһаны.

Ойоштороусыларға – тынсыу бүлмәләрҙән сығырға баҙнат иткәндәре өсөн, ә ҡатнашыусыларға – янып торған күҙҙәре өсөн ҙур рәхмәт!

Шулай уҡ был көндө сара республикала иң эре белем биреү усаҡтарының береһендә – Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23 мәктәбендә юғары кимәлдә уҙғарылды. Унда барлығы 2 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Диктантты башланғыс кимәлдәгеләр өсөн Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артисы Рәсил Сынбулатов, ә иркен аралашыусылар өсөн әлеге полилингваль мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Әлфир ҡыҙы Дауытова уҡыны. Унда, әлбиттә, мәктәп уҡыусылары, балаларҙың ата-әсәһе, Стәрлетамаҡ дәүләт-театр концерт берләшмәһе хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре, шайморатовсылар, росгвардия кластары ҡатнашты. Хатта башҡорт телен белмәгән рус балалары ла диктантты сәмләнеп яҙҙы. Ҡала хакимиәтендә лә төрлө өлкә етәкселәре акцияға ҡушылып, үҙ белемен генә тикшереп кенә ҡалманы, ә башҡортса аралашыу тәжрибәһен дә алды.

Глобалләштәреү һәм технологиялар дәүерендә туған телебеҙҙең яңы кимәлгә сығыуы һәм яңы даирәләргә таралыуы бик мөһим. Акцияла ҡатнашыу – туған телгә мөнәсәбәтебеҙҙең сағылышы ул.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, акцияһы 2019 йылда БР башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән башланды. Башҡортостанда туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү социаль сәйәсәттең төп йүнәлеше булып тора.

Кемдәр диктантты яҙмай ҡалған – киләһе йыл мотлаҡ ҡушылығыҙ! Яҙғанда, һөйләшкәндә, милләтебеҙҙе пропагандалағанда ғына телебеҙ йәшәр. Тел йәшәй икән, тимәк халҡыбыҙҙың да киләсәге бар әле! Аллаға шөкөр!

Гөлкәй ҠЫУАТОВА. Әлфиә МАНСУРОВА. Автор фотолары.

 

ЯҘҒАНДА, ҺӨЙЛӘШКӘНДӘ ГЕНӘ ТЕЛЕБЕҘ ЙӘШӘЙӘСӘК!
ЯҘҒАНДА, ҺӨЙЛӘШКӘНДӘ ГЕНӘ ТЕЛЕБЕҘ ЙӘШӘЙӘСӘК!
ЯҘҒАНДА, ҺӨЙЛӘШКӘНДӘ ГЕНӘ ТЕЛЕБЕҘ ЙӘШӘЙӘСӘК!
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас