

- Радикка респект! Маладис, тулы зал йыйған, улар һинең ижадыңды һөйөүселәр, — тип мөрәжәғәт итте Олег Газманов сығыш яһағандан һуң, зал уның һүҙҙәрен көслө алҡыштарға күмде. — Уның менән ғүмер буйы бергә булырһығыҙ тип ышанам!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Элвин Грейҙы өлкән коллегаһы менән дуҫлыҡ ептәре һәм уртаҡ ижад бәйләй. Былтыр Олег Газманов үҙенең дачаһында Радикка хиттар һәм стейктар ҡыҙҙырыу буйынса оҫталыҡ дәресе биргәйне.
«Күптән һүнмәҫ көс-дәрт, намыҫ һәм һоҡланғыс талант символына әүерелгән Олег Газмановҡа тәрән ихтирамымды һәм рәхмәтемде белдерәм! Уның менән дуэт йырлау минең өсөн сығыш ҡына түгел, ә ижади үҫеш мәле! Олег Михайлович, был кистә беҙҙе һәм тамашасыларҙы сығышығыҙ менән ҡыуандырғанығыҙ өсөн рәхмәт!» — тип яҙа Элвин Грей үҙенең телеграм-каналында.