

Рәсәй диндарҙарын Мәккәгә һәм Мәҙинәгә хажға алып барыу буйынса программа тулы күләмдә башҡарыла. Рейстар графигы илдең Транспорт министрлығында Росавиация, Рәсәй хаж-миссияһы, Jazeera Airways һәм Flynas авиакомпаниялары вәкилдәре ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә һөйләшеп килешелде.
Быйыл Рәсәй мосолмандары өсөн хажға квота 25 мең урын тәшкил итә. Улар 5-21 майҙа Сәғүд Ғәрәбстанына килеп етергә тейеш. Ә 30 майҙан 15 июнгә тиклем кире йүнәлештә рейстар планлаштырыла.
«Осоштар Яҡын Көнсығыштағы хәлде һәм ҡайһы бер илдәрҙең һауа киңлеген өлөшләтә ябыуын иҫәпкә алып башҡарыла, — тип билдәләнә Рәсәйҙең Транспорт министрлығы белдереүендә. — Мәскәү, Махачкала, Магас, Грозный, Өфө, Ҡазан, Нальчик, Сочи, Екатеринбург һәм Минеральные Воды аэропорттары хаж ҡылыусыларҙы хеҙмәтләндерергә һәм һауа судноларын ҡабул итергә/сығарырға әҙер».
Рейстарҙы башҡарыу өсөн Jazeera Airways, Centrum Air, Flyone Asia авиакомпаниялары самолеттары һәм резерв итеп Uzbekistan Airways йәлеп ителгән.
Башинформ.