

“Бер кем дә онотолмаған һәм бер нәмә лә онотолмаған - ошо девиз аҫтында Стәрлетамаҡ уҡыу йорттарында Бөйөк Ватан һуғышы осоронда нацистар һәм уларҙың ярҙамсылары тарафынан совет халҡына ҡарата Геноцид ҡорбандарын иҫкә алыу көнө үтте.
Уҡыусылар төрлө сараларҙа ҡатнашты: китапхана дәрестәрендә концлагерь тотҡондары тураһында документаль материалдар һәм художестволы әҫәрҙәр менән танышты; хәтер дәрестәрендә совет спортсыларының люфтваффе осоусылары менән героик футбол матчы тураһында белә алды; бихисап класс сәғәттәре Бөйөк Ватан һуғышы, тыныс халыҡты күпләп юҡ итеүҙән ҡотҡарған батыр партизандар тураһында фильмдар ҡарауға арналғайны.
Хәтер көнө Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се мәктәбендә айырыуса ҡыҙыҡлы үтте. Унда фотокүргәҙмә һәм концерт ойошторолдо: йәш артистар шиғырҙар уҡыны, һуғыш йылдары йырҙарын йырланы, активистар концлагерҙарҙа фашистарға ҡаршы тороусылар тураһында мәғлүмәт һәм Муса Йәлилдең билдәле шиғырҙары менән листовкалар таратты.
“Стрерлитамакский рабочий” гәзите мәғлүмәте буйынса.