Йәмғиәт
21 Апреля , 04:42

Ташкент менән дуҫлыҡ күпере нығына

Эшлекле сәфәр барышында төп мәсьәләләрҙең береһе – Бекабадта технопарк төҙөү буйынса фекер алыштылар. Был – Ташкент өлкәһендә тормошҡа ашырылған иң мөһим проект. Ул сәнәғәт кооперацияһын тәрәнәйтеүҙән тыш, беҙҙең предприятиеларға Үҙәк Азияның яңы баҙарҙарына сығыу юлын асыу мөмкинлеге бирәсәк.

Ташкент менән дуҫлыҡ күпере нығынаТашкент менән дуҫлыҡ күпере нығына
Ташкент менән дуҫлыҡ күпере нығына

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ошо көндәрҙә эш сәфәре менән Ташкентта “Иннопром. Үҙәк Азия” күргәҙмәһендә эшләй.

“Был – Үзбәкстан менән ныҡлы, ышаныслы мөнәсәбәттәр төҙөү буйынса эшебеҙҙең дауамы. Ошо ил халыҡ-ара аренала төп партнерыбыҙ булып ҡала, һәм йыл һайын үҙ-ара ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе арта ғына бара. Тауар әйләнеше арта, беҙ яңы берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Был процестарҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Үзбәкстандың идара итеү командаһына һәм хеҙмәттәштәремә – төбәктәр хокимдарына рәхмәт белдерәм” тип белдерҙе осрашыуҙа республика етәксеһе Радий Фәрит улы.

Башҡортостан делегацияһы составында – республикабыҙҙың ҙур, урта, бәләкәй предприятиеларҙың 30-ҙан ашыу етәксеһе. Әле форум сиктәрендә улар һөйләшеүҙәр алып бара, хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр таба.

Эшлекле сәфәр барышында төп мәсьәләләрҙең береһе – Бекабадта технопарк төҙөү буйынса фекер алыштылар. Был – Ташкент өлкәһендә тормошҡа ашырылған иң мөһим проект. Ул сәнәғәт кооперацияһын тәрәнәйтеүҙән тыш, беҙҙең предприятиеларға Үҙәк Азияның яңы баҙарҙарына сығыу юлын асыу мөмкинлеге бирәсәк.

Ташкент өлкәһендә «Бекабад» технопаркын булдырыу буйынса эштәр әүҙем бара. Мастер-план әҙер, идара итеүсе компания булдырылған. Яҡын арала төҙөлөш этәре башланырға тора.

Технопарк проектын Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуровҡа һәм Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаевҡа тәҡдим ителде.

Артабан Башҡортостан делегацияһы «Бекабад» технопаркын төҙөү темаһын – Үзбәкстан Республикаһы Президенты Шавкат Мирзиеев менән дауам итте.

“Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев менән бергә беҙ Шавкат Миромоновичҡа проект буйынса эштәрҙең нисек барыуы тураһында хәбәр иттек. Күп йылдар дауамында беҙ Үзбәкстандан коллегаларыбыҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм күптән инде флагман проектын тормошҡа ашырыу планын төҙөйбөҙ, ул кооперацияның юғары кимәлен, ике яҡ өсөн дә әһәмиәтлерәк уңышты күҙ уңында тота. Беҙҙең өсөн «Бекабад» тап шундай проекттарҙың береһе булды ла инде”, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Башлығы Радий Хәбиров.

Артабан Радий Фәрит улы Үзбәкстан етәксеһе Шәүкәт Миромонович менән менән республикабыҙҙа тормошҡа ашырасаҡ башҡа берлектәге башланғыстарҙы тикшерҙе.

Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров етәкселегендәге Рәсәй рәсми делегацияһы составында шулай уҡ Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашыуҙа ҡатнаша. Кәңәшмәлә тағы ла бер мөһим тема – туризмды үҫтереү буйынса фекер алышыу үтте. Республика етәксеһе билдәләүенсә, был матур илде Башҡортостан халҡы өсөн асырға әҙерҙәр. Үзбәкстанда һәм, атап әйткәндә, Ташкент өлкәһендә ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы яҡшы формалашҡан. Бында хәүефһеҙлек кимәле юғары, халҡыбыҙға ихтирам менән ҡарайҙар.

Ташкент менән дуҫлыҡ күпере нығына
Ташкент менән дуҫлыҡ күпере нығына
Ташкент менән дуҫлыҡ күпере нығына
Ташкент менән дуҫлыҡ күпере нығына
Ташкент менән дуҫлыҡ күпере нығына
Ташкент менән дуҫлыҡ күпере нығына
Ташкент менән дуҫлыҡ күпере нығына
Ташкент менән дуҫлыҡ күпере нығына
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас