

Ғаилә – кеше тормошоноң таянысы. Ул үҙенең ағзаларын юғары баһа менән тәьмин итеүсе социаль төркөм. Ғаилә кешегә ата – олатайҙарының үткәненә төшөнөргә, үҙенең этник төркөмөн, донъя, тел кртинаһы менән сағыштырып, тел аңын булдырырға, тимәк, тулы хоҡуҡлы ағза булырға ярҙам итә. Мин дә үҙебеҙҙең ҙур һәм татыу ғаиләм тураһында яҙырға ҡарар иттем.
Донъяла иң бәхетле кеше – мин. Сөнки мине яратыусы, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы әсәйем – Әлфиә Нуриман ҡыҙы бар, миңә терәк-таяныс ағайым Рияз, артымдан эйәреп буй еткереүсе Розалия һеңлем, Ренал, Рәшит ҡустыларым бар һәм мин – Ризуан.
Әсәйем белгеслеге буйынса уҡытыусы, әммә, әлеге ваҡытта ҡунаҡханала эшләй. Ағайым химия һәм технология колледжының 1-се курс студенты, һеңлем 4-се класты тамамлай, ҡустыларым балалар баҡсаһына йөрөй.
Беҙ бик татыу йәшәйбеҙ. Буш ваҡыттарыбыҙҙа ағайым менән волейбол уйнайбыҙ, ҡала кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашабыҙ. Беҙҙең хатта киләсәктә билдәле “Динамо-Урал” клубында уйнарға хыялыбыҙ ҙа бар. Ә һеңлем Розалия бейеү түңәрәгенә бик яратып йөрөй. Конкурстарҙа еңеп, байтаҡ ҡына миҙалдары ла йыйылды. Ул да киләсәктә ғүмерен ошо һөнәр менән бәйләп, үҙенең бейеү студияһын асырға хыяллана.
Ял көндәрендә әсәйем беҙҙе тәмле аш-һыуҙары менән һыйлай. Бергәләп бассейнға, концерттарға, театрға йөрөргә яратабыҙ. Беҙ әсәйемдән бик күп нәмәгә өйрәнеп үҫәбеҙ. Ул беҙҙе аш-һыу серҙәренә өйрәтә, таҙалыҡ-бөхтәлеккә лә унан өлгө алабыҙ. Әсәйебеҙ һәр саҡ беҙҙе аҡыллы һүҙҙәре, яҡты йөҙө менән ҡыуандырып, өйөбөҙгә нур сәсеп тора.
Шулай уҡ беҙ олатайыбыҙ менән өләсәйебеҙ булыу менән дә бәхетле. Улар беҙгә бик йыш килеп торалар, йә үҙебеҙ уларға ҡайтабыҙ. Ғаиләбеҙ менән әсәйемдең тыуған ауылы – Ғафури районы Ҡаранйылға ауылына йәйге ялдарҙы үткәрергә яратабыҙ. Мәндем йылғаһында һыу инәбеҙ, тәбиғәт ҡосағында ял итәбеҙ, балыҡ тотабыҙ, олатай менән өләсәйгә баҡса үҫтерешәбеҙ.
Беҙҙең ғаиләлә бик матур йола бар. Һәр кис бергәләп һөйләшеп ултырабыҙ, кем нимә менән шөғөлләнгән, нимәләр күргән, ниндәй билдәләр алған, бер-беребеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Ял көндәрендә бергәләп ҡыҙыҡлы кинолар ҡарайбыҙ.
Ғаилә байрамдарын һәр саҡ бергә уҙғарабыҙ. Яҡын туғандарҙы, дуҫтарҙы саҡырабыҙ.
Әлбиттә, һәр ғаилә үҙенсә матур. Шуға ла халыҡта ошондай әйтем дә бар – “Матур ғаилә – ил күрке”. Беҙҙең дә ғаилә татыу һәм өлөгөлө, тип уйлайым. Бер-беребеҙҙе аңлашып, тыңлашып йәшәйбеҙ.
Гөрләп тора өйөбөҙ,
Беҙ күмәкбеҙ, татыубыҙ,
Әсәй, олатай, өләсәй.
Дүрт малай ҙа, бер ҡыҙ беҙ.
Ризуан СӘЛИМЙӘНОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 10-сы мәктәп уҡыусыһы.