

Берҙәм тыл хәрбиҙәргә оло терәк булып тора. Бөтә республика бер маҡсат тирәләй берләшкән — һалдаттарға еңеүҙе яуларға ярҙам итеү. Төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы булдырылған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙе республикабыҙ өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуын бер нисә тапҡыр билдәләне.
«2022 йылдың февраленән республика «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» принцибы буйынса йәшәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, беҙҙең һалдаттар, беҙҙең егеттәр һәм ветерандар — улар беҙҙең республика, илебеҙ өсөн иң мөһим кешеләр. Беҙ бөтә идара итеү ҡарарҙарын ошо принципҡа таянып ҡабул итәбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Яңыраҡ кемдер: «Радий Фәрит улы, һеҙҙең хыялығыҙ бармы?», — тип һораны. Мин былай тип яуапланым: «Минең бер генә хыялым бар — бөгөн яуҙа йөрөгән барлыҡ егеттәребеҙ еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтһын». Был хыял барыбыҙҙы ла берләштерһен».
Башҡортостан яугирҙары МХО зонаһында үҙҙәренең ҡыйыулығы менән айырылып тора, иҫәпһеҙ-һанһыҙ батырлыҡтар күрһәтә. Республика тарихына үҙҙәренең исемдәрен яҙып ҡалдырған батыр яугирҙар араһында һалдаттар «Шах» һәм Искәндәр ҙә бар. «Шах»тың ҡаһарманлығы бөтә илгә данланды — күптән түгел уның хаҡында RТ хәрби хәбәрселәре сюжет төшөрҙө. Ысын мәғәнәһендә ҡорос ихтыярлы был һалдат алғы һыҙыҡта 19 кешенең ғүмерен ҡотҡара, ҡаты яралана, әммә үҙ хеҙмәтенә тоғро ҡала.

«Шах» яуға бер туған ағаһы Искәндәр менән алына. Уларҙың тыуған ауылы Бөрйән районының Тимер ауылы — ысын ҡаһармандар төйәге. Бәләкәй генә ауылдан тиҫтәләгән ир-егет фронтҡа юлланған.
«Шах» позывнойлы яугир «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына үҙенең хеҙмәте һәм батырлыҡтары хаҡында һөйләне. Тәүҙә ул ағаһы менән төрлө йүнәлештә хеҙмәт иткән, әммә 2024 йылда егеттәр «Бүреләр» разведка-штурмлау бригадаһы менән килешәү төҙөй. Улар бер нисә тапҡыр ҡот осҡос хәлгә тарый, әммә һәр саҡ бер-береһенә ярҙамлашып ауырлыҡтарҙы йырып сыға.
Сираттағы бер заданиела үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә уларға. «Бүреләр» яугирҙары төнгө һөжүмгә сыға. Ҡаршы яҡтың көслө уты аҫтында ике саҡрым арауыҡты юғалтыуҙарһыҙ үтеп, Соледар ҡалаһы артында ВСУ блиндаждарына һөжүм итәләр. Яугирҙар HATO ҡоралдарын, кәрәкле карталарҙы ҡулға төшөрә. Әммә еңеүгә ҡыуанырға иртәрәк була дошмандар уларға бер өйөр дрондар осора. Яугирҙарҙың күбеһе йәшенеп өлгөрмәй, яралана, улар араһында «Шах»тың ағаһы Искәндәр ҙа була.
«Иптәштәремде, ағайымды позывнойҙары менән саҡырам, береһе лә яуап бирмәй. Дрондан ҡасып, боҫҡан урынымдан сығып, эҙләй башланым. Ағайым бер соҡорҙа ята ине. Уны күтәреп алдым да: «Ағай, ағай», тип өндәшәм, ул тауыш бирмәй... Бер-икене тын алды ла ҡулымда йән бирҙе, — тине «Шах». — Шул мәлдә дрондар тағы ла һөжүм итә башланы. «Вог» гранатаһы минән 4 метр алыҫлыҡта ергә килеп ҡаҙалды ла, ни өсөндөр шартламаны. Шул ваҡыт иптәшем «Моряк» снарядты барып тотоп алды ла алыҫҡараҡ ҡыуаҡтар араһына ырғытты. Көслө шартлау яңғыраны, әммә беҙгә бер ярсыҡ та эләкмәне.
«Шах» ағаһының кәүҙәһен йәшерә лә, яраланғандарға ярҙамға ашыға. Урман һыҙатында дошмандарҙың эвакуация арбаһын табып ала. Иптәштәрен шуның менән хәүефһеҙерәк урынга ташырға тотона. Яу яланынан шул рәүешле ул 15 яралыны сығарыуға өлгәшә. Ағайы артынан иртәгәһенә генә бара ала. Уның кәүҙәһен носилкага һалып, «Моряк» менән ике көн буйы йәшенә-боҫа үҙебеҙҙең яҡҡа саҡ сығаралар.
MXO-ғa алынғac та атайҙарын, аҙаҡ ағаһын юғалткан «Шах»ҡа, әлбиттә, еңелдән булмай. Ә алда уны тағы ла ҡаты һынау көткән була. Уларҙың төркөмөнә «Мәскәй әбей» гексакоптеры ташлана. Ҡыҙыу ярсыҡтарҙың береһе «Шахтың йөрәк аҫтына ғына ҡаҙала. Иптәштәре яҡташыбыҙҙы үлгән тип уйлап, кире артка сигенә. Күпме иҫһеҙ ятҡанын «Шах» хәтерләмәй. Уянып киткәндә төн була. Бар көсөн йыйып, тәненән оҙон ярсыҡ киҫәген һөйрәп сығара. Ҡанһыраған яраһын бинт менен бәйләй ҙә яҡында урынлашҡан блиндажға инеп йәшенә. Иртәнсәк торорға маташып ҡарай, әммә хәле етмәй. Блиндажда ярты литр һыу, ике сникерс, бер киҫәк колбаса табып ала. Һигеҙ көн буйы ошо урында ул үлем менән көрәшә.
Туғыҙынсы көн тигәндә блиндажға дрон килә. Тәүҙә бер камикадзе инеп, ер стенаға бәрелеп шартлай. Бер нисә бәләкәй ярсыҡтары яугирҙың ҡулына эләгә. Унан бәләкәй генә күҙәтеүсе дрон инеп сыға, аҙаҡ һөжүм итеүсеһе килә.
«Бәхеткә күрә, өсөнсө дрон блиндаж ауыҙында эленеп торган тоҡҡа эләгеп, минең эргәгә тәгәрәп килеп ятты. Мин нимә эшләргә белмәй ултырҙым да, блиндаждан шыуышып сығып та өлгөрҙөм, шартлау ишетелде. Уның артынса блиндажда ятҡан миналар тоҡанып, гранаталар ата башланы», — ти яугир.
«Шах» дүрт көн дауамында төндәрен мина тулы яландан үҙҙәренең позицияларына табан шыуыша. Яралары эренләй башлай, ә хәле хөртәйгәндән-хөртәйә бара. Үҙебеҙҙекеләр яғына етергә саҡ ҡына ҡалһа ла, башҡа ҡыбырларлыҡ та хәле ҡалмаған «Шах» күккә ҡарап тик кенә ята һәм доғалар уҡый. Үҙенең «Бүреләр» бригадаһынан ике иптәше табып ала уны. Иҫән сыҡҡан «Шах»ты күреп улар шаҡ ҡата.
Ике ай госпиталдә дауаланғандан һуң йәнә ҡулына ҡорал ала. Яугир һөйләүенсә, бөгөнгәсә ул алғы һыҙыҡта бөтәһе 19 яугирҙың ғүмерен ҡотҡарған.
«Шах» — ҡорос ихтыярлы батыр яугир, шул уҡ ваҡытта нескә күңелле, оло йөрәкле лә. Бәләкәйҙән ул йорт хайуандарын ярата, бала сағында йыш ҡына хужаһыҙ ҡалған бесәйҙәрҙе, эттәрҙе өйөнә алып ҡайтыр була. Күптән түгел гуманитар ылау водителе ярҙамында бесәйен ауылдағы әсәһенә биреп ҡайтарған. Яугирҙың һүҙҙәренсә, алғы һыҙыҡта тормошҡа ҡараш тиҙ үҙгәрә.
«Һуғышҡа тиклем ышанмай инем, хәҙер шул хәтлем Аллаһы Тәғәләгә ышанам. Уның ярҙамы менән генә тере ҡалдым. Хәҙер доғаларҙы һәр ваҡыт уҡып ҡына йөрөйөм, — ти «Шах».
