Йәмғиәт
27 Апреля , 06:57

Иптәштәрен ҡотҡарған

МХО яугиры штурмлау төркөмөн Украина хәрби көстәренең пилотһыҙ осоу аппараты һөжүменән ҡотҡарған.

Иптәштәрен ҡотҡарғанИптәштәрен ҡотҡарған
Иптәштәрен ҡотҡарған

Өфө егете махсус операция зонаһында яҡшы хеҙмәте өсөн хәрби частан рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Егор 2024 йылдан БПЛА расчеты начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә.

Донецк Халыҡ Республикаһының тораҡ пункттарының береһендә уға ҡараңғы ваҡытта штурмлау төркөмдәренең алға барыу маршрутын тикшереү йөкмәтелә. Был районды урап үткәндә, ефрейтор хеҙмәттәштәренә яҡынлашҡан дошман БПЛАһын күреп ҡала. Егор был хаҡта шунда уҡ батальон командирына хәбәр итә, артабан пилотһыҙ аппаратты күҙәтеүен дауам итә. Штурмлау төркөмө хәүеф тураһында иҫкәртелә, иң отошло позицияны биләй һәм уҡсылар ҡоралынан ут менән дошмандың пилотһыҙ осоу аппаратын юҡ итә.

Үҙенең иғтибарлығы һәм урындарҙы яҡшы белеүе арҡаһында гвардия ефрейторы хәүефте ваҡытында асыҡлай, был шәхси состав араһында юғалтыуҙарҙы булдырмаҫҡа һәм дошманға зыян килтерергә мөмкинлек бирә. Хеҙмәт итеү осоронда Егор Я. үҙен яуаплы, грамоталы, аҡыллы һәм инициатива күрһәткән хәрби хеҙмәткәр булараҡ күрһәтә, тиелә хәрби частан рәхмәт хатында.

Иптәштәрен ҡотҡарған
Иптәштәрен ҡотҡарған
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас