Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының иҡтисад һәм сәнәғәт буйынса беренсе урынбаҫары Артур Рәзил улы Ғафаров Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Артур Рәзил улы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы һәм урындағы үҙидара үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн билдәләнә.
Награданы Урындағы үҙидара көнө хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Геннадьевич Назаров тапшырған.