

Азамат Өфө статистика информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге буйынса белем алған. “Был колледж миңә киләсәккә юл күрһәтте, мин нимә менән шөғөлләнергә теләүемде һәм ҡайҙа ысынлап та кәрәк буласағымды аңланым. Шулай тыуған илемә хеҙмәт итеүҙе һайланым, яугирҙарыбыҙға алғы һыҙыҡта ярҙам итергә ҡарар иттем һәм 2025 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм,” – ти БСТ каналына биргә интервьюһында Азамат.
– Хәрби позицияларға башлыса мотоциклдар, квадрациклдар ярҙамында барып етәбеҙ. Минең бурыстарыма төндә территорияны изоляциялау һәм алыҫ разведка инә. Ямғыр, ҡар, томан һәм эҫе көндәр ҙә беҙҙең эшебеҙгә ҡамасаулай ала. Әммә төрлө һауа шарттарында осорға тырышабыҙ, бигерәк тә мөһим бурыстар йөкмәтелгән саҡта. Эйе, дронды юғалтыу мөмкинлеге бар, әммә бурысты үтәргә тура килә, – ти яугир.
– Контрактҡа ҡул ҡуйыуым тураһында белгәс, әсәйем башта бик ныҡ ҡурҡты, әммә һуңғараҡ күнекте. Атайым, үҙе лә хеҙмәт иткән кеше булараҡ, был хәбәрҙе яҡшы ҡабул итте, ағайым да хупланы. Өйгә мин һәр саҡ шылтыратып торам. Туғандарым, ағайым менән видеонан да йыш аралашабыҙ. Әйткәндәй, беҙҙең ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүҙең төп ыңғай яғы – бында тәүлек әйләнәһенә бәйләнеш бар.
Гуманитар ярҙамға килгәндә, алғы һыҙыҡта Республика ярҙамы бик мөһим роль уйнай, һәм ул бик һиҙелерлек, тип уртаҡлашты Азамат Хөснөтдинов. МХО биләмәһенә төрлө райондарҙан йыш ҡына ярҙам килеп тора. Республика халҡы бик файҙалы һәм кәрәкле әйберҙәр ебәрәләр. Шулай уҡ Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса, апрель айынан алғы һыҙыҡҡа МХО зонаһына дрондар ебәреү 2 тапҡырға арттырылған.
– Мхо-нан һуң беҙ БПЛА йүнәлеше үҫешер, мәктәптәр асырға тырышырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ, яҡын киләсәктә дрондар посылкалар килтереү, видео төшөрөү һәм ауыл хужалығы кеүек бөтә йүнәлештәрҙә лә ҡулланылыр, – тигән фекерен етикерҙе ҡыйыу яугир.
“Тыуған илегеҙҙең патриоты булығыҙ, был бик мөһим”, – тип тамамланы әңгәмәне яҡташыбыҙ.