

Аҡмуллаға һәйкәл 2008 йылда уның исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы скверҙа асылды. Композиция авторҙары – архитектор Дамир Мәғәфүров һәм скульптор Владимир Дворник.
Скульптура авторы композицияла шағирҙың балалар менән аралашыу мәлен сағылдырған. Аҡмулла оҙон юлдан һуң бер ауылда туҡтала һәм ял итеп алыу, һыуһынын ҡандырыу маҡсаты менән шишмәгә юллана. Ошо урында, уны тыңларға тип, эргәһенә балалар йыйыла. Был мәлде сағылдырыу өсөн, һәйкәл янында тал ағастары ултыртҡандар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәйкәлдең бейеклеге кешеләр менән бер кимәлдә, унда килеүселәр ултыра алырлыҡ итеп уйланылған.