

Константин Борисович Толкачев 1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Сталинск ҡалаһында (хәҙерге Новокузнецк) тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында иретеп йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай, ә 1971-1973 йылдарҙа Совет Армияһы сафында ашығыс хеҙмәт үтә.
1977 йылда РФ Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, ә 1984 йылда СССРҙың Эске эштәр министрлығы Академияһын тамамлай. 1977 йылдан 1996 йылға тиклем Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифаларын биләй, эске хеҙмәт генерал-майоры дәрәжәһенә тиклем барып етә. 1996 йылдан 1999 йылға тиклем РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы булып эшләй, бер үк ваҡытта ғилми карьераһын үҫтерә: юридик фәндәр докторы, профессор, РФ Юридик фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы була.
1999 йылда Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана һәм парламент Рәйесе вазифаһын биләй. Артабан ул был вазифаға бер нисә тапҡыр – 2003, 2008, 2013, 2018 һәм 2023 йылдарҙа һайлана, 20 йылдан ашыу төбәктең закондар сығарыу органы менән алмашһыҙ етәкселек итә. 1999-2001 йылдарҙа шулай уҡ РФ Федерация Советының Конституцион ҡануниәте буйынса комитеты ағзаһы һәм Европаның Урындағы һәм төбәк властары конгресының Төбәктәр палатаһында Рәсәй вәкиле урынбаҫары була.
Константин Толкачевтың “Рәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған юрисы” һәм “Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исемдәре бар. Александр Невский, Дуҫлыҡ, Почет, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордендары, Салауат Юлаев ордены, шулай уҡ 20 миҙал һәм исем ҡорал менән бүләкләнгән. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе вазифаһын биләне, РФ закон сығарыусылар Советы азаһы булып торҙо, БР Башлығы ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссияны етәкләне һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары булып торҙо.
Фото - https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-05-04/ushel-iz-zhizni-predsedatel-gossobraniya-bashkirii-konstantin-tolkachev-4653777