Ашҡаҙар
+22 °С
Ясно
Йәмғиәт
6 Мая , 08:50

Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеүҙең ике варианты тураһында һөйләне

Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалына интервью бирҙе, унда Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау нескәлектәре асылды.

Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеүҙең ике варианты тураһында һөйләнеРадий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеүҙең ике варианты тураһында һөйләне
Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеүҙең ике варианты тураһында һөйләне

Унан алда цехта ҙур комиссия эшләне, ул тәүге айҙарҙа алып барылған реставрация эштәренә йомғаҡ яһаны. Һөҙөмтәләр борсоулы – монументтың торошо башта уйланылғанға ҡарағанда насарыраҡ булып сыҡты. Һәйкәл насар ғына түгел, ә бик ҡатмарлы, ауыр хәлдә. Эстән бөтә нәмә серегән, төрлө киҫәктәре таралып төшөп тора, суйыны ярылып бөткән. Әгәр һәйкәлде реставрациялау эше башланмаған булһа, беҙ уны бөтөнләйгә юғалтыр инек.

НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?

Барыһы ла былай насар булғас, нимә эшләргә мөмкин һуң? Ике юл бар. Беренсеһе – нисек бар, шулай реставрациялау. Ләкин реставраторҙар материалдың урыны менән ныҡ йоҡарыуын таный, шуға күрә өҫкө өлөштөң суйынының яҡынса 60-70 процентын яңынан ҡойорға тура килә. Асылда, ул һәйкәлдең тышҡы ҡиәфәтен һаҡлап ҡалып, тулыһынса тиерлек эшкәртеүҙе аңлата. Был пландың етешһеҙлеге шунда: иҫке суйындың өстән бер өлөшө тороп ҡаласаҡ, ә ул насар хәлдә. Бындай һәйкәл күпме торор – әйтеүе ауыр.

Икенсе вариант – бронзанан шундай уҡ һәйкәл ҡойоп, элекке урынына ултыртыу. Бронза тутыҡмай, коррозияға бирешмәй һәм 200-300 йыл торасаҡ. Конструкция еңелерәк, әммә хәҙергеһенә ҡарағанда күпкә нығыраҡ буласаҡ.

Республика Башлығы 1947 йылғы архив документтарына мөрәжәғәт итеп, башта монументты тап ошо материалдан эшләргә планлаш-тырыуҙарын, әммә ил өсөн ҡатмар- лы заманда металды йыһан сәнәғә- тен үҫтереүгә экономиялауҙарын, шуға күрә бронзаны суйынға ал- маштырыуҙарын иҫкә төшөрҙө.
«Минеңсә, бында белгестәр ҙә, халыҡ та, йәмәғәт ойошмалары ла үҙ фекерен белдерергә тейеш», – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров йәмәғәтселеккә.

ҺӘЙКӘЛДЕҢ ТӨП НӨСХӘҺЕ МЕНӘН НИМӘ БУЛАСАҠ?

Әгәр эксперттар һәм йәмәғәтселәр икенсе вариантта туҡтаһа, һәйкәлдең төп нөсхәһен нимә эшләтергә һуң?
«Был – мәҙәни мираҫ объекты. Ул да һаҡланырға тейеш. Уның ел, климат, температура тәьҫиренә бирелеүен иҫәпкә алып, Өфөнөң берәй урынында ҡуйырға, кешеләр килеп ҡарай алһын өсөн матур быяла ҡалпаҡ менән ябырға мөмкин. Был – әлегә эш барышында тыуған фекер», – тип аңлатты Радий Хәбиров.

АРТАБАН НИМӘ БУЛА?

Ниндәй вариант һайлауҙарына ҡарамаҫтан, һәйкәл үҙенең постамен-тына кире ҡайтасаҡ. Республика Башлығы был 2027 йылдың апрелендә була, тип билдәләне. Был ваҡытҡа һәйкәл янындағы парк төҙөкләндереләсәк.

«Постамент торған ҡалҡыулыҡты нығытырға, биләмәне лә тәртипкә килтерергә кәрәк. Шуға күрә был эшкә әле үк аҡса йүнәлтәбеҙ һәм фонтан торған майҙанда эштәрҙең бер өлөшөн башҡара башлайбыҙ», – тине республика Башлығы. Бынан тыш, төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, артабан һәйкәлде тәрбиәләү менән махсуслаштырылған структура шөғөл­ләнәсәк.

ЭКСПЕРТТАР ФЕКЕРЕ

      

«Мин шәхсән үҙем Салауат Юлаев һәйкәлен күрҙем, уны тотоп ҡараным, ысынлап та, ул бик насар торошта. Һәйкәлдең ошондай хәлгә килеүе – башҡорт халҡы һәм бөтә Башҡортостан өсөн бик бошонҡо күренеш. Уны реставрациялау бик мөһим, беҙ быға ҡуш ҡуллап ризалашабыҙ. Әлбиттә, уны яңыртырға кәрәк, һәм, Алла бирһә, 2027 йылда үҙ урынында төҙөкләндерелгән һәйкәлде күрәсәкбеҙ. Эштәрҙең тамамланыуын көтәбеҙ», – ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

«Тарихта һәйкәл­дәр­ҙең нин- дәйҙер өлө­шөн йәки бөтә ҡомартҡыны тулы­һынса алмаштырыу осраҡтары бар. Мәҫәлән, 2024 йылда Новокузнецкиҙа 1947 йылда билдәһеҙ һалдатҡа ҡуйылған бетон һәйкәл бронзаға алмаштырылды. Сит илдә лә бындай тәжрибә бар: 2024 йылда Италияла мәрмәрҙән яһалып, яраҡһыҙ хәлгә килгән Милан йортоноң статуяһын шундай уҡҡа алмаштырғандар. Әлбиттә, бындай эштәрҙе башҡарғанда мәҙәни мираҫ объекттары тураһында федераль закондың үтәлешен иҫәпкә алырға, документтарҙы тултырырға, кәрәкле тарихи-мәҙәни экспертизалар үткәрергә кәрәк», – тип һөйләне Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.

«Һүҙҙе насар яңы­лыҡтан башлайыҡ. Ҡомартҡы ысынлап та бик ҡатмарлы хәлдә. Бөгөн ғәйеп­леләрҙе эҙләү файҙа­һыҙ һәм һуң инде. Белгестәр өҫкө ҡатламды таҙартып, ысын хәл-торошто күр- гәнсе, ниндәйҙер өмөт бар ине әле... Шунда уҡ әйтәм: беҙҙең милли батырыбыҙға һәм дәүләт символына әйләнгән һәйкәлде юрый алғандар һәм кире ҡайтарырға йыйынмайҙар, тигән имеш-мимештәргә ышанмайым. Һәйкәлде һүтмәйенсә лә ҡотҡарырға мөмкин ине, ти­гән хәбәр ҙә ышандырмай. Иғти­бар­лылар һуңғы йылдарҙа һәй­кәлдең туҙа, постаментының емерелә башлауын күреп йөрөнө. Йомғаҡлау экс­пертизаһын көтәбеҙ. Сығыу юлда­ры­ның береһе шундай: Тава­сиев­тың бронза һәйкәл тураһын­дағы башланғысын тормошҡа ашырыу. Шундай уҡ итеп яңынан ҡойорға. Һәм, бер нимәгә ҡарамаҫтан, 2027 йылдың яҙында уны яңынан урынлаштырырға», – ти  Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева.

Материалдар «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе axmetshina.v@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

 

 

Автор:
Читайте нас