

– Хәрби-патриотик тәрбиә ойошмаһының эшендә иң мөһиме – бөтә нәмәне ысын күңелдән башҡарыу! тигән фекерҙә ойошма директоры Александр Петрович СКВОРЦОВ.
Ул үҙе 2007 йылдан 2022 йылға тиклем сик буйы органдарында контракт буйынса хеҙмәт иткән, контракт тамамланғас, Стәрлетамаҡҡа ҡайтып, “Ватан” хәрби-патриотик берләшмәһен етәкләй башлай. Бөгөнгө көндә унда тәрбиәләнеүселәр өсөн төрлө йүнәлештәге секциялар уңышлы эшләп килә. Мәҫәлән, “Хәрби эштәр”, “Үҙ-үҙеңде яҡлау, бокс”, “Ватан тарихының батырлыҡ биттәре” секциялары, “Мираҫ” ижади студияһы эшләй. Тағы ла балыҡ тотоу сәнғәте, элемтәсе курстары ла бар.
– Ватан хәрби-патриотик ойошмаһы йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләүҙә лә мөһим роль уйнай, бөтә дөйөм хәрби дисциплиналар буйынса хәрби эштәр, хәрби медицина, тактик медицина ла өйрәнелә, балаларҙың физик сифаттарын камиллаштырыу төп бурысыбыҙ булып тора. Беҙҙә шөғөлләнгән егеттәргә, әрмегә барғас, ысынлап та физик яҡтан еңелерәк буласаҡ. Хатта әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан егеттәр беҙгә инеп рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп сығалар, – ти Александр Петрович.
Автоматты һүтеп-йыйыу, сафҡа баҫыу оҫталығы, хәрби-тактик эс-тафеталар, хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер (ГТО) нормаларын үтәү, йүгереү, төрлө спорт уйындары, Ватан тарихын өйрәнеү, викториналарҙа, ирекмәнлек эштәрендә ҡатнашыу, ветерандар менән осрашыуҙар, мәктәптәрҙәге “Батырлыҡ дәрестәре”н ойоштороу былар барыһы ла “Ватан”ға хас. Стәрлетамаҡта бер сара ла “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһы тәр-биәләнеүселәренән башҡа үтмәй. Ихата фестивалдәренән алып, Еңеү көнө парадына тиклем.
– Әлбиттә беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү. Шуға күрә, мәктәп уҡыусылары менән даими рәүештә осрашыуҙар, әңгәмәләр үткәрәбеҙ, ҡалала булған бөтә сараларҙа ла ҡатнашабыҙ, күргәҙмәләр, беҙҙең тәрбиәләнеүселәр өсөн ҡаланың бөтә Ветерандар ассоциацияһы менән осрашыуҙар ойошторабыҙ, улар менән һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, хәрби-спорт йәйге лагерҙарында көн һайын хәрби ветерандар ассоциацияһы ағзаһы килеп, егеттәргә хәрби хеҙмәт, үҙҙәренең ғәскәрҙәре тураһында һөйләй. Беҙ йыл һайын Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмалары, хәрби ветерандар ойошмаһы менән берлектә футбол буйынса турнирҙар ойошторабыҙ, ағымдағы йылда сара дүртенсе тапҡыр үтәсәк. Бына гуманитар ярҙам ебәргәндә лә, ҡаланың бөтә хәрби ветерандар ассоциацияһы ярҙамға килә, – тип һөйләп үтте ойошма директоры Александр Петрович.
Әйткәндәй, ҡалала гуманитар ярҙам “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһы складына йыйыла һәм шунан махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелә, ни өсөн тигәндә, ойошмала урын да күп һәм ҙур йөк машиналары ла иркен инә ала. Бына яңыраҡ апрель башында ғына, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ өсөн сираттағы гуманитар ылау алып барылды. “Авангард” предприятиеһы һәм битараф булмаған ҡала халҡы менән берлектә, фураға иң кәрәкле әйберҙәр тултырылды: дарыуҙар, маскировка селтәрҙәре, ҡоралдар, аҙыҡ-түлек, кейем һәм башҡалар. Хатта, кәрәк-яраҡтарҙың дөйөм ауырлығы 7 тоннанан ашып киткән. Ул әлеге ваҡытта Курск өлкәһендә булған хәрбиҙәргә еткереләсәк. Унан алда гуманитар ярҙам Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына, Запорожье һәм Херсон өлкәләренә ебәрелгән. Махсус хәрби операция башланғандан алып, Стәрлетамаҡтан барлығы 18 эре гуманитар ылау оҙатылған, шул уҡ ваҡытта ҡала предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениеларынан 700-ҙән ашыу ведомство гуманитар ярҙамы, дөйөм алғанда был 474 тонна һәм 141 миллион һум тәшкил иткән. Был бөтә эштәр ҙә нәҡ “Ватан” ҡатнашлығында ойошторолған.
Шулай итеп, тыуған ерен, халҡын яратҡан, яҡларға әҙер булған шәхестәр тәрбиәләүҙә “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Унда шөғөлләнеүсе балаларҙа яуаплылыҡ, тәртип, Ватанға тоғролоҡ хистәре тәрбиәләнә. Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итеүгә психологик һәм физик яҡтан әҙер була. Ҡалаларҙа, ауылдарҙа хәрби-патриотик йүнәлешендә эшләгән ойошмалар булғанда, илһөйәрлек рухы һүнмәйәсәк әле! Атай-олатайҙарыбыҙҙан ҡалған мираҫыбыҙ быуындан-быуынға тапшырыласаҡ!
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Автор фотоһы һәм “Ватан”
хәрби-патриотик ойошмаһы архивынан алынды.