

Мутлашыусылар МХОла ҡатнашыусыларҙың туғандарына ҡарата ниндәй мутлыҡ схемаларын ҡуллана?
Ялған шылтыратыуҙар “хәрби комиссариаттан” йәки “хеҙмәттәштәренән”
Мутлашыусылар телефон аша йәки мессенджерҙарҙа бәйләнешкә инә һәм командирҙар, яҡындарығыҙҙың хеҙмәттәштәре йәки ирекмәндәр булып сығыш яһай. Йыш ҡына енәйәтселәр реаль мәғлүмәттәргә эйә була һәм уларҙы ышандырырлыҡ итеп һөйләп бирә. Алдау сценарийҙары төрлө:
- туғанығыҙ яраланған йәки дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән тип хәбәр итәләр;
- аҡсалата түләүҙе рәсмиләштерергә тәҡдим итәләр;
- ярҙамға аҡса һорайҙар.
Улар смс-кодты атауҙы, һылтанма буйынса үтеүҙе, “кәрәкле ҡушымта” урынлаштырыуҙы йәки аҡса күсереүҙе һорай ала.
Сценарий үҙгәрергә мөмкин: мәҫәлән, махсус хеҙмәттәрҙең йәки хәрби комиссариаттың ялған хеҙмәткәрҙәре “мәғлүмәттәрҙең таралыуы” тураһында иҫкәртә йәки дуҫ булмаған илдәрҙе финанслау өсөн енәйәт эштәре менән ҡурҡыта ала. Был баҫым аҫтында улар ҡорбанды СМС аша кодты әйтергә йәки ҡулаҡсаны курьерға тапшырырға мәжбүр итәләр.
“Ярҙам” һәм “юғалғандарҙы эҙләү” чаттары
Мессенджерҙарҙа мутлашыусылар яугирҙар менән бәйләнеште юғалтҡан туғандары өсөн төркөмдәр һәм каналдар ойоштора. Бындай чаттарҙың маҡсаты ярҙам итеү түгел, ә шәхси мәғлүмәттәр йыйыу һәм хәүефле файлдар таратыу.
Йыш ҡына был файлдар «список военнопленных.apk», «приложение Красного Креста.apk», «фотоальбомы пленных.apk» тип атала. Бындай программаларҙы телефотға ҡуйырға ярамай, уларҙа вирустар һәм зарарлы программалар бар.
Фото аша мәғлүмәттәр йыйыу
Мутлашыусылар аҡсаға йәки баҫым аҫтында һәләк булған яугирҙарҙың ҡәбер таштарын фотоға төшөрөргә риза булғандарҙы эҙләй. Уларға исемдәр, фамилиялар, тыуған һәм үлгән даталар кәрәк. Был деталдәрҙе улар һуңынан туғандарын ышандырыу өсөн ҡулланалар.
Күптән түгел, Федоровка районында йәшәүсе ҡатын фатирын һатып, енәйәтселәргә 5 300 000 һум тотторған. Ә Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатынға енәйәтселәр “Улығыҙ әсирлектә, күп аҡса талап ителә, ишекте береһенә лә асмағыҙ, телефонығыҙ номерын алмаштырығыҙ,” – тигәндәр. Был турала ҡатындың хеҙмәттәше белеп ҡала һәм тейешле органдарға мәғлүмәт бирә. Әммә, бер ай дауамында ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренән ҡаса, таныштары менән аралашмай һәм енәйәтселәргә уларҙың күрһәтмәләре буйынса аҡса ебәрә. Ҡатынды Эске эштәр идаралығына саҡыралар, әммә ҡатын уларға ышанмай, өйөнә ҡайтып бикләнә һәм мутлашыусылар менән артабан аралашыуын дауам итә. Әлеге ваҡытта уның менән Федераль именлек хеҙмәте эшләй. Ошо көндәрҙә МХО үҙәгенә лә бер ҡатын килгән. Хәбәрһеҙ юғалған улын табырға ярҙам итеүҙәре һәм 1 500 000 һум кәрәклеге тураһында һөйәләгән. Уға үҙәк хеҙмәткәрҙәре киреһен аңлатырға тырышҡандары өсөн “Һеҙ енәйәтсе, ә улар миңә ярҙам итергә теләй” – тип сығып киткән...
Үткән аҙнала Стәрлетамаҡта таксист мутлашыуҙы иҫкәрткән. Оло йәштәге ир аварияға эләккән ҡыҙының шылтыратыуынан һуң 400 мең һум аҡсаһын юғалта яҙған. Мутлашыусылар уны дауахана өсөн аҡса һәм әйберҙәр йыйырға күндерә, ә һуңынан “посылка”ны еткереү өсөн курьер ебәрә.
“Посылка”ны килтергән такси водителе ҙур сумма аҡсаны күреп, был бик шикле икәнлеген аңлай. Ул диспетчерға шылтыратып, был хәл тураһында хәбәр итә. Улар бергәләп полицияға барырға ҡарар итә.
Аҡса пенсионерға кире ҡайтарыла. Такси водителен Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығында бүләкләйҙәр.
Был осраҡ беҙгә уяулыҡтың һәм яуаплылыҡтың мөһимлеген иҫкә төшөрә.
Үкенескә ҡаршы, бындай осраҡтар йышая, полиция бигерәк тә МХОла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен уяу булырға саҡыра.
Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы вәкиле:
- Бында беренсе булып өлгөрөргә кәрәк. Әгәр был психологтар ялған хәбәрҙе кешенең аңына һеңдереп өлгөрһә, уға инде киреһен иҫбатлау мөмкин түгел. Ҡайһы берҙә формалағы хеҙмәткәрҙәр ҙә банкоматтан кешене көскә айырып ала, уның менән һөйләшһендәр өсөн туғандарын алып киләләр, һәм был да ярҙам итә алмай. Шуға күрә алдан уҡ эш итеү генә һөҙөмтә бирә ала. Иң ныҡ ғазап сиккәндәр - МХОла ҡатнашҡандарҙың ата-әсәләре, ҡатындары, улар хәбәрһеҙ юғалған яҡындарын кире ҡайтарыр өсөн бар көсөн һала һәм ниндәй ҙә булһа хәбәргә ышанырға әҙер.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хәрби комиссариаты бүлексәһе начальнигының өлкән ярҙамсыһы Светлана Александровна Кочедыкова:
- Зинһар, бөтә яҡындарығыҙға, улар бер ниндәй ҙә код тапшырырға һәм туғандарынан килгән һылтанмалар буйынса ла үтергә тейеш түгел икәнлеген еткерегеҙ. Берәй төрлө документ ебәрергә һораһалар ҙа ебәрмәһендәр. Беҙгә бер ҡатын килде, туғанының “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһенән һылтанма ебәргәндәр, ул ышанып һылтанманы асҡан һәм аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға яҙған. Шулай алданыусылар бик күп.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының муниципаль бүлексәһе етәксеһе Янина Рәшит ҡыҙы Волочаева:
- МХО ғаиләләре - иң көсһөҙҙәре. Үкенескә ҡаршы, уларҙың ҡайғыһында аҡса эшләүсе муттар ҙа табыла. Ҡайғылы кеше һәр төрлө уйламаған эштәргә һәләтле. Һәр кемдең ҡайғыны еңеп сығыу процесы төрлөсә үтә. Туғаны юғалған булһа, уларҙың әле өмөтө бар. Барыһы ла ниндәйҙер мәғлүмәткә өмөтләнһә лә, мин билдәһеҙ номерҙарҙан трубка алмаҫҡа кәңәш итер инем. Оло йәштәге ата-әсәләргә лә шуны уҡ кәңәш итәбеҙ.
Тәүҙә мутлашыусылар ышанысҡа инә, кеше менән бәйләнеш булдыра. Һуңынан хәл буйынса эш итә башлай. Беҙ МХОла ҡатнашыусыларҙың туғандарына алдан бөтә кәрәкле номерҙарҙы бирәбеҙ: Ватанды һаҡлаусылар Фонды, координаторҙар, администраторҙар һ.б. Хакимиәттә ер участкаларын бүлеү, түләүҙәр менән шөғөлләнгән кабинеттарҙың номерҙарын һәм телефон номерҙарын алдан биреп ҡуябыҙ. Хәүефһеҙлек өсөн кодтарҙы һәм мөһим шәхси мәғлүмәттәрҙе атамаҫҡа кәңәш итәбеҙ.
Иң мөһиме - үҙ-үҙеңә бикләнмәү, шуға күрә кемгәлер шылтыратып, фекерҙәр менән уртаҡлашыу бик мөһим. Шуның өсөн беҙ номерҙарыбыҙҙы бирәбеҙ. Кеше был хәлдән сыҡҡас, донъяға айыҡ ҡарай башлай.
Муттар яралар, наградалар һәм түләүҙәр тураһында хикәйәләр уйлап сығара, кешеләрҙең ышанысына инеп, аҡса урлай. Тикшерелгән мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышанығыҙ, мәғлүмәтте ҡабаттан тикшерегеҙ һәм уяу булығыҙ! Шикле шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр килгән осраҡта Стәрлетамаҡ ҡалаһының хәрби комиссариатына 8(3473) 20-61-51 йәки Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығының дежур часына 8(3473)20-45-31; 26-00-73 номерҙары буйынса шылтыратығыҙ. Полицияға мобиль йәки ҡала телефонынан ашығыс шылтыратыу өсөн шулай уҡ 102 йәки 112 номерҙарын ҡулланығыҙ.
Гүзәл РӘМИЕВА.