

Башҡортостандың ғына түгел, донъя боксы йондоҙо Артур Собханғоловтан интервью алыу теләге менән күптән яна инем. Бер нисә халыҡ-ара титул яулап, хәҙер инде донъя чемпионы исеме өсөн алышырға әҙерләгән боксер ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, шунда уҡ был тәҡдимгә ҡыуанып ризалашты. Артур иртәгәһе көнгә хатта бер сәғәт алдан килеп етте. Тәүҙән үк тарамыш кәүҙәһе, йөҙөнә ҡәтғи етдилек өҫтәгән һаҡалы, ундағы һуңғы алыштан ҡалған яра эҙҙәре күҙгә ташлана. Шундай ҙур спортсының редакцияға килеүе бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы, айырыуса ҡатын-ҡыҙ коллегаларым ҡабат-ҡабат боксерға күҙ һирпеп-һирпеп ҡуя. Әйткәндәй, әңгәмә бокс тирәләй генә түгел, гүзәл зат вәкилдәре хаҡында ла барҙы.
Артур тормошонда иң мөһим биш ҡатын-ҡыҙ барлығын һөйләне. Кемдәр улар? Был хаҡта «Башинформ» агентлығының мәҡәләһендә уҡығыҙ.
Һәр спортсының артында көслө ҡатын — уның әсәһе тора, ти Артур.
«Сағыштырмаса һуң ғына, 14 йәшемдә, спорт менән шөғөлләнә башланым, тәүҙә кикбоксинг менән, унан — бокс. Урамда «тиҙәк тибеүҙе» туҡтаттым. Атай-әсәйем тәүҙә боксҡа йөрөүемде хупламаны. Имгәнеп ҡуйыуың бар, тип борсолдолар. Оҙаҡламай бокс йәшәү рәүешемә әүерелгәйне инде.
Йылдар үткәс, әсәй үҙенсә ризалығын бирҙе. «Һинең чемпион булыуың да, титул алыуың да беҙҙең өсөн мөһим түгел. Бары тик үҙең һау-сәләмәт бул», — тине. Бына шул әсәйҙең фатихаһы мине ҙур бейеклектәргә күтәрҙе. Әле ул ваҡытта донъя чемпионы исеменә дәғүә итермен тип күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Хәҙер инде был ысынбарлыҡ. Атай-әсәйемә миңә уҡырға һәм яратҡан спорт төрөм менән шөғөлләнергә мөмкинлек биреүҙәре өсөн рәхмәтемде белдерәм.
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ күнекмәләр, сборҙар араһында яҡындарым, бигерәк тә әсәйем менән һөйләшеү өсөн ваҡыт табырға тырышам. Был миңә ифрат ҙур көс бирә».