Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Мая , 07:57

Республика колледждарында бюджет урындары һаны 2 меңгә артты

Башҡортостан колледждарында бюджет урындары һаны бөгөн 24 318-гә етте, тип белдерҙе республиканың мәғариф министры урынбаҫары Наталья Никитина Республика менән идара итеү үҙәгендә биргән интервьюһында.

Республика колледждарында бюджет урындары һаны 2 меңгә арттыРеспублика колледждарында бюджет урындары һаны 2 меңгә артты
Республика колледждарында бюджет урындары һаны 2 меңгә артты
«Бөгөн мәктәпте тамамлаусыларҙың 66% колледждарға һанлы иҡтисад талаптарына яуап биргән урта һөнәри белем белгеслектәренә уҡырға инә. Улар араһында иң талап ителгәндәре - медицина, ИТ-технологиялар, мәғариф, хеҙмәттәр һәм нефть-газ өлкәләре». 

Ҡабул итеү кампанияһы 20 июндән дә һуңға ҡалмайынса башлана, тип билдәләне Наталья Никитина.

 

 

Автор:
Читайте нас